Иғтибар!06.09.2017
Иғтибар! Башҡорт теленең һәм башҡорт теле уҡытыусыларының яҙмышы шәхсән һиңә бәйле! Башҡорт телен өйрәнеү тураһында ғариза яҙып ҡына беҙ мәктәптә был фәнде һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Туған телде һайлау тураһында бер ғаризаны йыйып алдылар, балаларығыҙ өсөн туған башҡорт телен һайлағанһығыҙҙыр тип ышанабыҙ, был беҙҙең бурысыбыҙ! Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә ғариза йыйыу башлана! Иғтибарлы булығыҙ! Ғаризала фәндәр күрһәтелмәйәсәк, тик үҙегеҙ һайлаған фәнде генә яҙыу тәҡдим ителәсәк. Унда дәүләт теле булған башҡорт телен яҙырға кәрәк!!! Һеҙҙең ғаризағыҙ – мәктәп һәм прокуратура өсөн төп документ, һеҙҙең ғаризағыҙ – халҡыбыҙҙың яҙмышы өсөн тауыш биреү ул. Ошо хәбәрҙе бөтөн башҡорттарға тарат!!! Уҡыусылары булған бөтөн кешеләргә ебәр! Әгәр беҙ берләшмәһәк, фәнде мәктәп программаһынан алып ташлаясаҡтар, был йәһәттән ғәйеп тик үҙебеҙҙә генә буласаҡ!!! Туған телебеҙ өсөн көрәшәйек!!! Белдереүҙе барыһына ла тарат!!!

Иғтибар!Ғариза бына ошо рәүешле буласаҡ. Әгәр уны тултырғанда башҡорт телен яҙмаһағыҙ, ғаризаны кисекмәҫтән ҡайтанан тултырығыҙ!


Вернуться назад