Киң мәғлүмәт саралары Өфө ҡалаһында туғандар араһында булған башҡа һыймаҫлыҡ бер хәл тураһында хәбәр итте. Мутлашыу нигеҙендә ҡыҙы әсәһен берҙән-бер торлағынан мәхрүм иткән.
Ваҡиға өс йыл элек башлана. Ирина ханым тыныс ҡына итеп оло ҡыҙы һәм кейәүе, йәнә өс ейәне менән өс бүлмәле фатирҙа йәшәп ятҡанда ҙур ғаилә шәхси йортҡа күсергә була. Өләсәй кеше ейәндәр менән өйҙә ултыра, ҡағыҙ мәшәҡәттәре менән әйҙә йәш кеше йүгерһен, тип уйлай ул һәм… хаталана. Документтар юллаған ҡатын әсәһен, шәхси йортта бергә йәшәрбеҙ, тип алдай, ә ғәмәлдә һатылған фатирҙан уға бер квадрат метр ҙа тәтемәй – уның өлөшөнә тура килгән аҡсаға өс балалы ҡатын яңы автомобиль һатып ала, әсәһен ҡыуып сығара.
Әле туғандар суд юлын тапай, фатирҙан да, аҡсанан да ҡолаҡ ҡаҡҡан өләсәй баҡса өйөндә йәшәргә мәжбүр.
Әлбиттә, фатир һатыусы ҡатын судтарҙы еңеп килһә лә, был ваҡиғаға нөктә ҡуйырға иртәрәк әле. Бәлки, ҡыҙы ғәйеплелер, бәлки, әсә ғаилә менән яңы өйҙә бергә йәшәргә теләмәйенсә, хоҡуҡтарын даулап, аҡса таптыралыр. Кеше хәлен кеше белмәй, тигәндәй. Тик эш унда ғына түгел, ата-әсә мәрхүм булып, мираҫ өсөн ҡан туғандарҙың дошманлашҡаны хаҡында йыш ишетеп торабыҙ, инде килеп иҫән әсәйҙәрҙең байлығын (уның үҙе менән үк) бүлешмәһәләр инде.
Фатирҙы ла, автомобилде лә үҙең менән бергә алып китеү мөмкин түгел, ә бына туғыҙ ай буйы ҡарынында күтәреп йөрөтөп, тәрбиәләп үҫтергән әсәнән алған рәнйеште ҡайһылай күтәреп йөрөмәк кәрәк? Күңел байлығынан матди байлыҡтың өҫтөнлөк алғанын күрһәткән сираттағы миҫалдың шулай ҙа матур тамамланыуын теләргә ҡала.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә туғандар араһында булған низағтарҙың 70 проценты, статистика буйынса, нәҡ байлыҡ (айырыуса мираҫ арҡаһында) килеп сыға.