Өфө – Кунгур походы06.09.2017
Өфө – Кунгур походы20 февралдә “8 Март” тегеү фабрикаһының Блюхер рейдынан Кунгурға тиклем барған саңғысылары Өфөгә ҡайттылар. Өфө вокзалында походсыларҙы фабриканың етәкселәре, ВЛКСМ-дың Өлкә комитеты секретары Просвирнин, ВЛКСМ-дың ҡала комитеты секретары Ползунов иптәштәр һәм өлкә газеталары ҡаршы алды.
Походсыларҙың кәйефтәре яҡшы, күңелдәре күтәренке.
– Беҙҙең походтың маҡсаты, Блюхер һәм Каширин отрядтарының үткән юлдарынан барып, граждандар һуғышы ваҡытында ҡатнашыусылар һәм күреүселәрҙән материалдар йыйнау ине, беҙ был маҡсатҡа ирештек, – ти походтың консультанты, шул уҡ юлдан Блюхер отряды менән үтеүсе ҡыҙыл партизан иптәш Салауатов.
Иптәш Салауатов походҡа үҙенең Блюхер отрядында йөрөгәндә уйнаған гармунын да алып бара. Шулай итеп ул граждандар һуғышы менән ҡыҙыл партизандарҙы дәртләндереп алып барһа, хәҙер производство стахановсыларын дәртләндереп алып бара.
Походсылар 600 километр ер үтә. Юлда туҡтаған урындарҙа колхозсыларҙың дөйөм йыйылыштарында ҡатнаша һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусылар менән беседалар уҙғаралар. Һәр бер туҡтаған урында колхоздар команданы яҡшы ҡаршы алалар.
Поход командаһының командиры иптәш Дунаев, Бөрө ойошмаларының ҡаршы алыуын айырыуса ныҡ билдәләй.
– Кунгурҙа беҙ НКВД-ның труд коммунаһына экскурсияға барҙыҡ. Коммуна үҙенең тәрбиәүи һәм производство эшен һоҡланырлыҡ итеп ҡуйған. 5 йыллыҡ юбилейы айҡанлы коммуна элекке енәйәтселәрҙе тәрбиәләп НКВД һәм башҡа ойошмаларға яуаплы эшселәр сығарған. Беҙ бында уҙғарған экскурсиянан бик күп нәмә алдыҡ, – тип һөйләй иптәш Дунаев.
Походсылар Свердлов эшсе йәштәре театрының 10 йыллыҡ юбилейы айҡанлы уҙғарылған тантанала почетлы ҡунаҡ булып ҡатнаша. Иптәш Салауатов театрҙы Башҡортостан хөкүмәте исеменән ҡотлай һәм походтың маҡсаты тураһында һөйләй.
Улар Башҡортостан походсыларын йылы ҡараш менән оҙатып ҡала.

ВАЛЕЕВА.

(“Башҡортостан”, 1936 йыл, 23 февраль, № 44).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.


Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад