Араларҙы өҙмәйек05.09.2017
Араларҙы өҙмәйекЙәмле йәй аҙағына ла етте. Рәхәтләнеп ял итеп, уңыш йыя башланыҡ. Донъя мәшәҡәттәренә ҡарамай был айҙа ла тоғро дуҫтарыбыҙ – әүҙем авторҙарыбыҙ беҙҙе фәһемле яҙмалары, шиғырҙары, мәҡәләләре менән һөйөндөрҙө. Хаттарҙың йөкмәткеһе төрлөсә.

Йәйге ялға, яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле байтаҡ хат килде. Айырыуса тел мәсьәләһенә ҡағылған яҙмалар ағылыуҙан туҡтамай. Ҡыҫҡаһы, тормоштағы үҙгәрештәргә һис кенә лә битараф түгел гәзит уҡыусы. Баҫмабыҙға яҙылыуҙың да туҡталғаны юҡ. Ошо уңайҙан гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар килде.
Өфө ҡалаһынан Миңнур Ғүмәрова “Башҡортостан” гәзитенә йыл һайын яҙылыуын хәбәр иткән: “Гәзитте күптән уҡыйым. Бер йылда ла яҙылмай ҡалғаным юҡ. Баҫылған мәҡәләләрҙе тулыһынса уҡып сығам. Элек “Башҡортостан” гәзитендә повестан, романдан өҙөктәр бирелә торғайны. Һуңғы ваҡытта улар һирәк сыға. Киләсәктә лә әҙәби әҫәрҙәр баҫылһа, гәзит уҡымлы булыр ине”, – тигән.
Ишембай районынан Гөлнәзирә Сафина шулай уҡ гәзит хаҡында фекерен яҙып ебәргән: “Баҫмалағы бөтә мәҡәләләрҙе лә уҡыйым. Ғаиләбеҙ менән көтөп алабыҙ, республикалағы, райондарҙағы ваҡиғаларҙы гәзит аша беләбеҙ. Фәһемле мәҡәләләр, көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртыуығыҙ өсөн рәхмәт. Йома һаны бигерәк тә шәп сыға. Артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Киләсәктә лә айырыл­маҫҡа насип булһын”, – тиелгән был хат юлдарында.
Редакцияға шулай уҡ талантлы шәхестәр, һоҡланғыс кешеләр тураһында яҙалар. Шундай авторҙарыбыҙҙың береһе – Дыуан районынан Айҙар Ғәзизов Айрат Бәҙретдинов хаҡында һөйләгән. “Айрат Ғәбделхаҡ улы Мәсетле районының Әжекәй ауылында өс балалы ғаиләлә тыуған. Урта белем алып, Свердловск өлкәһенең Первоуральский ҡасабаһында бер аҙ эшләгәс, Урта Азия тарафтарына әрме хеҙмәтенә алына. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, ҡабат Первоуральский ҡасабаһына торба етештереү эшенә урынлаша. Өс йылдан һуң Әжекәйгә ҡайтып, мәктәптә хужалыҡ эштәрен алып бара. Яҙмыш әҙәм балаһының хыялын ғәмәлгә ашырырға мөмкин булырҙай мөхиткә этәрә. Ун йыл элек Айрат Бәҙрет­динов үҙ эшен асып ебәрә. Теплица эшләп, унда ҡыяр, помидор үҫтерә. Өфөнән өс мең һумлыҡ орлоҡ алып ҡайта, ул ике йылға етә. Бер йәйҙә биш тонна ҡыяр үҫтереп һата. Айрат Ғәбделхаҡ улы шулай уҡ умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Һәр эшенән ләззәт таба ул”, – тип яҙған ул.
Беҙгә хат яҙғанығыҙ, араларҙы өҙмәгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Яратҡан гәзитегеҙҙе тағы ла уҡымлыраҡ, байыраҡ итеп күрергә теләһәгеҙ, битараф ҡалмағыҙ, яҙышып тороғоҙ. Өлгөлө ғаиләләр, көнкүреш мәсьәлә­ләре хаҡында һеҙҙән хаттар көтәбеҙ. Хәбәрлә­шеп торайыҡ, дуҫтар!

Хаттар бүлеге.


Вернуться назад