Баҡса серен дә, гөл тәмен дә белә05.09.2017
– Хаҡлы ялға сығыуыма 14 йыл үтеп тә китте. Биш балалы булғанға мине 50 йәштән пенсияға оҙаттылар. Оло йәштә булһам да, өйҙә дүрт мөйөшкә ҡарап ултырғым килмәй. Иртә яҙҙан баҡсала эшләй башлайым. Еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәм. Баҡсала эш менән бер рәттән, өйҙәге гөлдәрҙе тәрбиәләргә лә ваҡыт табам. Үҙебеҙгә етерлек йәшелсә йыябыҙ, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар ҙа әҙерләйбеҙ. Балалар килә, улар мин бешергән икмәкте ярата, — тип ҡаршы алды Архангел районының Приуралье станцияһында йәшәгән Рәзинә Шубина.
Рәзинә Сабирйән ҡыҙы тимер юлда – 20 йыл, ә колхозда 13 йыл эшләй. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны, биш бала тәрбиәләп үҫтергән өсөн “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә.
Мал һәм ҡош-ҡорт аҫрамайҙар, ләкин баҡсасылыҡ, гөл-сәскә үҫтереү менән Рәзинә Сабирйән ҡыҙы даими шөғөлләнә.
Уларҙың ғаиләһе Приуральела өлгөлө һанала. Төбәктә уҙған бер сарала ла ҡатнашмай ҡалмайҙар. Гәзит-журнал алдырып уҡыйҙар.
“Буш ултырырға һис яратмайым. Ҡыш көндәрендә төрлө ептәрҙән, мулиненан сәскәләр сигәм. Уларҙы таныштарыма бүләк итәм. Ултырғыс ябыуҙарын төрләндереп эшләйем. Тормош иптәшем дә, хаҡлы ялда булһа ла, эшләп йөрөй. Балаларға ла ярҙам итәбеҙ”, — ти Рәзинә Сабирйән ҡыҙы.
Алдағы көндәрҙә лә ошолай матур йәшәгеҙ, шатланып ғүмер итегеҙ, яҡташтарым.

Белорет районы.


Вернуться назад