Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең мөбәрәк бер хәҙисендә “Һәр эштең башында изге ниәт торһа, ул эш, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ” тиелә. Изге ниәт ҡуйылһа, Аллаһ Тәғәлә ул эштәрҙе башҡарыуҙа юлдарын аса, әжерен йәлләмәй.
Бынан нәҡ бер йыл элек Бишбүләк районының Бикҡол ауылы халҡы мәсет һалыу тураһында ниәт ҡыла. Уларҙың был уйы бер йыл да тулмаҫ элек бойомға аша. Быйылғы Ураҙа ғәйетендә Бикҡолда мәсет асыу тантанаһы була. Халыҡтың теләген ауыл, район хакимиәте, зыялылар һәм эшҡыуарҙар дәррәү күтәреп ала. Элекке мәктәптең ағас бинаһын яңынан һипләп, өр-яңы тәҙрә, ишек ҡуйып, иҙән-түбәһен алмаштырғас, ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Бикҡол мосолмандарына ҡаныҡайҙар ҙа ихлас ҡушыла. Мәсет асыу тураһында һүҙ сыҡҡас, Кәримә Дәүләтҡолова, Клара Хәлфина апайҙар, донъяуи мәшәҡәттәрен ташлап, ойоштороу эшенә тотона. Иғәнә йыйыу, тәрриҡәт, Өфөгә Диниә назаратына документтар менән йөрөүҙән алып, өмәләрҙә эшселәрҙе, балта оҫталарын ашатыу кеүек эштәрҙең береһенән дә ситтә ҡалмайҙар.
Был төбәктә Бикҡол һәм Ҡаныҡай халҡы дәррәүлеге, берҙәмлеге менән танылған. 1990 йылдарҙа “Марс” колхозы бөткәс, улар күмәк хужалыҡты тарҡатмай. Ике ауыл халҡы Салауат Юлаев исемендәге кооперативҡа ойоша. Әле был хужалыҡта егерме биш кеше эшләй. Әйткәндәй, уның етәксеһе Илгиз Әсфәндиәров иман йортона техника, эшсе ҡулдар, төҙөлөш материалдары менән күп ярҙам иткән. Унан тыш, эске биҙәү һәм йөҙләү эштәрендә Рәйес Ғабдрахмановтың, ихатаны тәртипкә килтереүҙә, ҡоймалауҙа, ҡапҡа ҡуйыуҙа ике туғандар Раян һәм Фәнис Хәлиуллиндарҙың өлөшө ҙур.
Иман йорто һалыу эшенең башында ошо ауыл килене Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова тора тигәндә лә хата булмаҫ. Ул Өфөлә “Хәмзә”, “Ғуфран”, “Ихлас” мәсеттәрендә дини белем алған, Тулҡын хәҙрәттең шәкерте. Бөгөн уны мәхәллә рәйесе итеп һайлап ҡуйғандар. Мосолмандар хәҙер аҙнаһына ике тапҡыр ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнергә мәсеткә йөрөй. Улар исем ҡушыу, әҙәм балаһын һуңғы юлға оҙатыу кеүек дини ғәмәлдәрҙә ысын күңелдән ҡатнаша, ауылдаштарының фатихаһын, Аллаһ Тәғәләнең сауабын ала. “Ни тиклем динһеҙлек замандарында ла беҙҙә иман һүнмәне, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре үтә ине”, – тиҙәр бында. Бер нисә ғаилә аҡ ҡорбан салып, күмәкләп зекер әйтә. Бикҡол халҡының изге ниәттәренә Аллаһ Тәғәлә әжерҙәрен дә биргән. Ҡаныҡай урта мәктәбен һаҡлап ҡалған улар. Быйыл беренсе класҡа ете бала уҡырға килә. Киләһе йылдарҙа улар һанының артыуы көтөлә. Ошо күренеш үҙе үк йәшәүгә, ауылдың өмөтлө киләсәгенә ишара.
Бишбүләк районы.