Остап Бендерҙың “ейәндәре” тик ятмай13.04.2012
Остап Бендерҙың “ейәндәре” тик ятмайЭйе, Башҡортостаныбыҙ кемдәрҙе генә үҙенә йәлеп итмәй ҙә кемдәргә генә киң күңел, яҡты йөҙ күрһәтеп, матур тормошта йәшәргә мөмкинлек тыуҙырмай. Республикабыҙ үҙе лә таланттарға бай, тик уларға, минеңсә, үҙ ерендә һан юҡ, аҡсалы эш етмәй, ә бына ситтән килеүселәр беҙҙә кинәнеп йәшәп ята. Бындай хәл халыҡты боронғо замандарҙан бирле борсоған, әрһеҙ “ҡунаҡтар”ҙың башҡорт ерендә баш-баштаҡланыуы һөҙөмтәһендә, әленән-әле болалар сыҡҡан, ә улар аяуһыҙ баҫтырылған...
Совет заманы тарихына килгәндә, әрмән төҙөүселәренең иң аҡсалы объекттарҙы “эләктереп”, уларҙы арлы-бирле төҙөп ҡасыуы, күп тә үтмәй, биналар бөтөнләй емерелмәһә лә, йә ярылып, йә ишелеп төшөүе хаҡында ул ваҡытта белмәүселәр әҙ түгел ине. Хәйер, колхоз-совхоздарҙы һемәйтеп, тиҙ арала табан ялтыратып өлгөрөүселәргә бер ниндәй ҙә яза бирелмәне.
Әммә Остап Бендерҙың хәҙерге заман “ейәндәре”, теге төҙөүсе-әрмәндәрҙең улдары, судтан ҡасып ҡотола алмаҫ. Мин ябай халыҡты ҙур проценттар менән ымһындырып, мул аҡса вәғәҙәләгән Армен Акопян атлы әҙәм етәкләгән финанс кооперативтарының береһен күҙҙә тотам. Төп ғәйепләнеүсе үҙенән һорау алған тәфтишселәргә “иректә ҡалдырһағыҙ, кооператив ағзаларына булған бурыстарымды түләп бөтәсәкмен” тигән, имеш. Ләкин рейдерлыҡ юлы менән баҫып алынған республикабыҙҙың химия гиганттары һәм башҡа табышлы предприятиелары Мәскәү олигархтары файҙаһына эшләгән, ошо айҡанлы йәнебеҙ әрнегән бер мәлдә, ундай әҙәмгә һис ышанып булмай. Ул сит илгә ҡасып китеү уйы менән мөмкин булмаҫтайҙы вәғәҙәләй. “Күп кооператив ағзаларына аҡсаларын процент менән ҡайтарып бирҙем”, — тип тәфтишселәрҙе алдап маташа ғәйепләнеүсе.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының тәфтиш бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан бөгөнгө заман аферисынан аңлатма, һорау алыу протоколдары һәм башҡа рәсми документтар йәмғеһе ун том йыйылған. “Китаптар”ға күҙ йүгертеп сығыу менән шуға төшөндөм: атаҡлы Остап Бендер йәки Мавроди кеүек тарихҡа инеп ҡалырға хыялланған 40 йәшлек әҙәмдең мутлығы һөҙөмтәһендә тупланған был “ҡалын эш”.
Һөмһөҙ уғры үҙенең эшмәкәрлеген аҙ-маҙ ғына аҡса туплай алған ябай кешеләр өсөн гәзиттәрҙә реклама баҫтырыуҙан башлай. “ИнвестКапиталФинанс” кооперативына инергә өндәп, аҡсағыҙҙы 30–39 процентҡаса арттырып түләйәсәкмен, тип булмаҫтай вәғәҙәләр биргән Акопян әфәнде. Афераһын ул, 10 мең һум устав капиталы менән лицензияға эйә булып, клиенттарҙан алған аҡсаны касса аша үткәреп, “страховка” һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеп, ҡыҫҡаһы, юридик яҡтан хәҙерге талаптарға яраҡлаштырып башлап ебәрә. Өфөлә — өс офис (“китаптары” ғына — 7 том!), Стәрлетамаҡта бер офис асып (3 том), Акопян үҙ әшнәләре менән өс-дүрт йыл эсендә ике меңдән ашыу кооператив ағзаһының 127 миллион 890 мең һум аҡсаһын үҙләштереүгә өлгәшә.
Фәхишлек бизнесын киң йәйелдереп ебәреү өсөн генә әлеге сумманың 31 миллионын тотона замана буры. Ул аҡсаны ярҙамсыһы Смирнова ханымдың ниндәйҙер банктан 13 тапҡыр барып алыуы тураһында ла гәп һатҡан тәфтишселәргә Армен. Йәнәһе, мут ҡатын “изге” бизнеста тотонолған сумманы ике йылдан һуң ғына ҡайтарып биреүе хаҡында әйтә. Смирнова мине төп башына ултыртты, тип аҡланып та ҡарай, ә теге ханым: “Бөтөн аҡсаны Армен һыпырып алып торҙо”, — ти.
Ғәйепләнеүсе күпмелер сумманы А. Акопян менән В. Акопянға биреүе тураһында ла әйтә. Бына бит үҙ туғаныңдың бай булыуы ҡалай шәп! Тимәк, улар “эштәрен” бергәләп йәйелдергән. Стәрлетамаҡтың көньяғында күп миллиондар тотоноп, тиҙ арала төҙөп ҡуйылған әрмән католиктары сиркәүен төҙөүгә лә “дуҫтар”, моғайын, аҡсаны таулы Әрмәнстандан алып килмәгәндер. Уларҙың олораҡ быуын вәкилдәре һатып алынған инвалидлыҡ документы менән пособие алып ята икән, тигән хәбәр ҙә ғәжәп хәл түгел.
Республикабыҙҙың ярлы ҡатламын бик шәп “байытҡан” кооператив ойоштороусы Армен Акопян бөгөнгө көндә рәхәтләнеп Өфөнөң Достоевский урамында йәшәп ята. Хәтерҙә, Сумгаит ҡалаһына командировкаға барып ҡайтҡан бер танышым, ул ҡалала ситтән килеүселәргә көн күрһәтмәйҙәр, тип һөйләгәйне. Ә бына беҙҙә Кавказ ҡунаҡтарына хөрриәт кенә түгел — лафа! Остап Бендер, Мавроди, ахыр килеп, Акопян... Тарих ҡабатланмай, тип кем әйтер, ҡабатлана шул. Тик ундай аферистарға ҡарата хоҡуҡ һаҡлау органдары ниңә сара күрмәй? Халыҡ үҙе бер ҡатлы, тип, осон-осҡа ялғап көн күреүселәрҙе генә ғәйепләргә ашыҡмайыҡ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, туғандар?
Булат КӘРИМ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад