Изгелеккә ҡайҙа өйрәтәләр?05.09.2017
Изгелеккә ҡайҙа өйрәтәләр?Ҡыҙын йәки улын беренсе тапҡыр балалар баҡсаһына алып килгән көндө һәр кем хәтерләйҙер. Ҙур булмаған ҡапҡанан мөғжизә ҡаласығы ҡаршы ала. Бында барыһы ла балалар күҙлегенән сығып эшләнгән. Мәҫәлән, түтәлдәр янына ҡунаҡлаған ҡуян, тейен, айыу, төлкө ише ҡыр йәнлектәре һыны йылмайып оҙатып ҡала, стенаға төшөрөлгән әкиәт геройҙары, әйтерһең, һинең менән һөйләшергә теләй, уйнарға саҡыра, шаярырға итә.
Бүтәндәрҙәге шикелле баш ҡаланың 129-сы балалар баҡсаһында ла тормош үҙенсә күңелле ҡайнай.
– Беҙҙә баланы бәләкәйҙән шәхес итеп тәрбиәләүгә көслө иғтибар бүленә, – ти баҡса мөдире Татьяна Горбунова. – Тәрбиәселәр һәр сараны мөмкин тиклем бай йөкмәткеле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға күнеккән. Ғөмүмән, кисә бул­һынмы, осрашыу тиһеңме, төрләнде­реп үткәреү яҡлылар. Кескәйҙәрҙең һәр береһенә айырым ҡараш булдырылған. Хәҙер бит ҡыҙҙар һәм малайҙар аҙ хәрәкәтләнә, компьютерға бәйләп ҡуйған шикелле тик ултыра. Ниәт – хәрәкәтле уйындарҙы йәнләндереү һәм йышайтыу.
Яҙ менән хушлашыу, йәйҙе ҡаршы алыу байрамдарына ла етди әҙерләнгән­дәр. “Һәр миҙгелдең үҙ йәме”, “береһе лә икенсеһен ҡабатламай”, “барыһы ла матур көндәр бүләк итә” тигән фекерҙе апайҙары уларҙың күңелдәренә һеңде­рер­гә тырыша.
Тәрбиәселәр төшкө аш һәм тәмле йоҡо алдынан балаларҙы саф һауаға алып сыҡты. Тышта ойошторған уйын бүлмәләгенән һис тә кәм түгел икәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Билдәле булыуынса, бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни сыймаҡ­лаһаң, шул яҙыла, шуға күрә лә изгелекте уларҙың йөрәктәренә мөмкин тиклем мул һеңдерергә тырышалар. Яҡшылыҡтың яуыз­лыҡты еңерен, аҡтың ҡаранан өҫтөнөрәк булыуын һәм башҡа шундай ыңғай күренештәрҙе лә, төплө дәлилдәр килтереп, ябай тел менән аңлаталар.
Балалар баҡсаһы иркен, бында һәр төркөмгә уйнау һәм уйындар ойоштороу өсөн уңайлыҡтар етерлек. 320-нән ашыу бала өсөн, әлбиттә, тәү сиратта уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим.
Тәрбиәселәрҙең ата-әсәләргә яҡын тороуы, улар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу отошло алымдарҙың береһе булыуын әйттеләр. Бында хатта ҡайһы бер саралар фәҡәт өлкәндәрҙең ҡатнаш­лығында үтә, был ысул бер төрлөлөктән арындыра икән.
“Акварелька” һүрәт төшөрөү, “Алтын ҡулдар” бәйләү, “Грамотейка” уҡырға өйрәнеү, аэробика түңәрәктәренә сабый­ҙар яратып йөрөй.
Сәғәт телдәре төшкө берҙе күрһәткән­дә, малай һәм ҡыҙҙар татлы йоҡоға талды, киләсәккә көс йыйыр өсөн, алдағы көндәрҙә лә шаярып-көлөп рәхәтләнеп уйнар өсөн...


Вернуться назад