Өлкәндәр ҙә аңламаһа...05.09.2017
Өлкәндәр ҙә аңламаһа...Сит илдәрҙең күбеһендә һәр өлкән кешенең шәхси психологы булыуын беләһегеҙме? Төшөнкөлөккә бирелгәндә, ҡулға эш бармағанда белгесте тиҙ генә саҡыртып, кәңәштәрен тыңлаһаң, йөрәк түренә яҡынларға маташҡан ҡара болоттар үҙенән-үҙе юҡҡа сыға икән.
Әле илебеҙҙә мәктәп программаһына психология фәнен индереү-индермәү тураһында бәхәстәр ҡуйыр­ғандан-ҡуйыра. Ғалимдар билдәләүенсә, ул програм­маға айырым предмет булараҡ индерелергә йәки тормош хәүефһеҙлеге нигеҙ­ҙәре фәненә ҡушып уҡыты­лырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, уҡыусылар өсөн психология буйынса китаптар әҙерләнеп бөткән тиерлек.
Мәктәп уҡыусыларының спиртлы эсемлектәргә ылы­ғыуы, наркотик матдәләр менән шаярыуы, урам балаһына әүерелә барыуы берәүгә лә сер түгел. Унан инде суицидҡа ла күп ҡалмай. Хәле ҡыл өҫтөндә ҡалған малайға йәки ҡыҙға кем ярҙам ҡулы һуҙыр? Был — ата-әсәнең мөҡәддәс бурысы, тиерһегеҙ. Бындай һыны­лышлы мәлдә өлкәндәр ҙә ғәзиз кешеһен аңламаһа... Һүҙ ҙә юҡ, был осраҡта балалар психологы күңеле теткелән­гәндәрҙең иң яҡын серҙәшенә әйләнә.


Вернуться назад