Икегә икене ҡушһаң, биш була05.09.2017
Икегә икене ҡушһаң, биш булаМәғариф тармағы үҙгәрештәр солғанышында йәшәүен да-уам итә. Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева, 2018 йылдан мәктәпкәсә балалар учреждениеларына финанс грамоталылығы дәрестәрен индерергә уйлайбыҙ, тип белдерҙе.
Маҡсат – малай һәм ҡыҙҙар бәлә­кәйҙән Рәсәй банкноттарын айы­рырға өйрәнһен, һандарҙы ҡушып, ала белһен, үҙаллы иҫәп-хисап ғәмәлен башҡарһын.
Бынан бер нисә йыл элек баш­ланғыс класс уҡытыусылары, I клас­ҡа тиклем балағыҙҙы һанарға, уҡырға һәм яҙырға өйрәтмәгеҙ, тип үтенә торғайны. Имеш, берәүҙәр хәреф таныһа, яҙа белһә һәм һанаһа, белмәгәндәрҙе өйрәткәндә тегеләр дәрес үткәрергә ҡамасаулай. Хәҙер иһә малай һәм ҡыҙҙар быларҙың барыһын да алдан белеп килергә тейеш икән.
Бөгөнгө балалар нимә генә белмәй?! “Университет бөтөп тыуған” тигән лаҡап юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр. Ата-әсәһе ябай кеҫә телефоны йөрөткәндә, уларҙың айфон таптырыуына аптырарға түгел инде.
– Икегә икене ҡушһаң нисә була? – тип һораған, ти, уҡытыусы эшҡыуар малайынан.
– Биш, – тип шартлатып яуап биргән тегенеһе...
Ошонан сығып, уны финанс яғы­нан наҙан тип әйтергә тел әйләнмәй.


Вернуться назад