Килһен генә!05.09.2017
Килһен генә!Мәктәп ишегендә йоҙаҡ торған ауылдың киләсәге бармы? Унда уҡытыусыны йәлеп итеү мөмкинме? Таштағол районының яҡынса 50 кеше көн иткән Эльбеза ауылында (Кемеров өлкәһе) иһә был мәсьәләне үҙҙәренсә хәл итергә тырышалар.
Ҡасандыр гөрләп торған ул. Һынылышлы 90-сы йылдарҙа күптәр, бигерәк тә йәштәр, ҡалаға һыпырт­ҡан, ә һаҡлыҡта аҡсаһы ятҡан состар шәхси эштәрен асҡан. Иң тетрән­дергәне – нәҡ ошо эшҡыуарҙар үҙ ауылында спиртлы эсемлектәр менән һатыу иткән, үҙ сиратында ауыл араҡы диңгеҙендә йөҙгән. Хәмер ҡолона һәм ҡорбанына әй­ләнгәндәрҙең осо-ҡырыйы күрен­мәгән.
Паштык (староста) Никифор Кушаков һөйләүенсә, уға Новокузнецк ҡалаһында заманса фатир вәғәҙә­ләһәләр ҙә, еңел тормоштан баш тартып, тыуған төйәгенә юлланған. Ауылдаштарын айнытыу эшен фе­кер­ҙәштәре менән бергәләп башлап ебәргән. Атай нигеҙенә ҡайтыуының төп маҡсаты – тыуған ауылына икенсе һулыш биреү.
Бөгөн Эльбеза – айыҡ ауыл. 16 йорт­тоң һыуытҡысында ла, баҙында ла бер шешә араҡы тапмаҫһың. Ғәҙәттә, беҙҙә өмә тиһәләр, шунда уҡ һығылып торған өҫтәл, ә уның түрендә урын алған хәмер күҙ алдына баҫа. Ә эльбезаларҙа бының нәҡ киреһе күҙәтелә. Әлбиттә, тир түккән кешене һыйлау йолаһы бар, шор халҡының милли аш-һыуы мул ҡуйыла, ә һис кенә лә тилерткес шыйыҡса түгел.
Балалар Таштағол ҡалаһының мәктәп-интернатында уҡый, каникул­ға ғына ҡайталар. Халыҡ Эльбезаға уҡытыусының килеүен ныҡ теләй. Әгәр ҙә берәйһе ошондай теләк белдерһә, йортҡа урынлаштырырға, унан инде өр-яңы өй төҙөп бирергә уйлайҙар. Килһен генә! Әйткәндәй, ауыл көсө менән клуб төҙөйҙәр. Юғиһә байрамдарҙы уҙғарыу урыны юҡ.
Никифор шикелле уңғандар “ҡоро” ҡанун алымы аша йәш быуынды тәрбиәләүгә, уларҙы насар күренеш­тәрҙән азат итеүгә өҫтөнлөк бирә.


Вернуться назад