Араларҙы яҡынайтыусы05.09.2017
Рәсәй почтаһы “Уңайлы мөхит” программаһын тормошҡа ашырыуын
дауам итә.

Ошо программаға ярашлы, республикала 49 почта бүлек­сәһе яңыртылған. Хәрәкәте сикләнгән граждандарҙы хеҙ­мәтләндереүҙе камиллаштырыу маҡсатында, элемтә бү­лек­сәләре 1,2 метр киңлектән дә кәм булмаған пандустар, ишектәр, хеҙмәткәрҙәрҙе саҡы­рыу кнопкалары менән тәьмин ителә. Кәртәләр рәтендә, клиент залында инвалид кеше­ләргә хеҙмәт күрһәтеү өсөн махсус тәҙрәләр ойошторол­ған. Күҙ­ҙәре насар күргәндәргә ишектә Брайль шрифты менән яҙылған эш көнө алтаҡтаһы урын­лаштырылған. Әҙ хәрәкәт иткән граждандарҙы кәрәк саҡта почта хеҙмәткәрҙәре лә оҙата.
“Уңайлы мөхит” программа­һына ярашлы, быйыл хеҙмәт­ләндереүҙе камиллаштырыу маҡсатында ошондай почта объект­тары һанын 100-ҙән арт­тырырға йыйыналар. “Уңай­лы мөхит” программаһына инмәгән почта бүлексәләрендә телефон аша саҡырыу буйынса инва­лидтарҙы ѳөйҙәрендә хеҙмәт­ләндереү ҡаралған.
Социаль йүнәлештә эшлә­гән предприятие булараҡ, Рә­сәй почтаһы өсөн бөтә ҡатлам кешеләрҙең, шул иҫәптән физик мөмкинлектәре сикләнгән­дәрҙең дә мәнфәғәтен күҙәтеү мөһим. I һәм II төркөм инвалидтар, күҙҙәре насар күргән граждандар өсөн ташламалар ҙа ҡаралған. Почта бүлексә­ләрен мохтажлыҡтарына ҡарап камиллаштырыу – клиенттарға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн эшләнгән сираттағы аҙым.


Вернуться назад