Интернет зыянлы, ул кешегә наркотик кеүек тәьҫир итә, бер инеп китһәң, унан айырылып булмай, тип һүгәләр “донъя селтәрен”. Балалар бәләкәйҙән Интернет биттәрендәге әшәкелекте, оятһыҙлыҡты күргәнгә насарлыҡҡа өйрәнә, йүнһеҙ, әҙәпһеҙ булып үҫә, тип тә әйтәләр. Күҙгә, хәтергә зыяны ла — Интернеттың кире сифаттары. Интернеттың яман яҡтары байтаҡ, шулай ҙа маҡтарлыҡтары ла барҙыр бит?Күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ: бөтә донъя буйынса Интернетты өҙөп ҡуйҙылар, ти. Һүҙ ҙә юҡ, әбей-бабайҙарға, өлкәнерәк быуын вәкилдәренә был үҙен артыҡ һиҙҙермәҫ, ә бына ҡалғандар үҙҙәрен ике ҡулһыҙ ҡалған кеүек хис итәсәк. Дөрөҫ, ошо уҡ һүҙҙәрҙе, миҫал өсөн, телевидение йә иһә телефонға ҡарата ла әйтергә була, әммә улары артыҡ юғалтыу түгел, сөнки икеһен дә Интернет рәхәтләнеп алмаштыра ала.
Прогрестың әлеге “бала сағына” тиҫкәре мөнәсәбәттә булғандарҙы фекерҙәренән дүндереп ҡарайыҡ. Уның файҙаһына миҫал итеп, һәр беребеҙҙең ғаиләһен килтерергә була. Ғаиләлә Интернет бик кәрәктер, моғайын, сөнки көндәлек яңылыҡтарға ла, донъяла ниҙәр барғанына ла унан хәбәрҙар булып торабыҙ, күрешергә мөмкинлек булмаған дуҫтар менән дә аралашабыҙ, үҙебеҙҙең һәм сит ил дауаханалары менән дә элемтәгә инергә була, кәрәк-яраҡ әйберҙәргә лә уның аша заказ бирергә мөмкин. Шулай ике донъяла йәшәйбеҙ: көнөбөҙҙөң яртыһы ысынбарлыҡта үтһә, ҡалған яртыһы виртуаль донъяла уҙа.
Интернеттан балаларыбыҙ ҙа әүҙем файҙалана. Иптәштәре менән аралашыуҙарын әйтеп тораһы ла юҡ, мәктәптә ҡушҡан өй эштәрен әҙерләү тиһеңме, уҡытыусылары талап иткән берәй мәғлүмәтте эҙләп табыумы, китапханала булмаған әҫәр кәрәк тиһеңме — ярҙамға Интернет килә. Хәҙер бит ауыл мәктәптәре лә был мәсьәләлә алға китте: һәр уҡыусының алған билдәләре ундағы махсус электрон журналдарҙа теркәлеп бара һәм уны уҡыусылар менән уларҙың ата-әсәһе лә күҙәтеп тора ала.
Интернет – эш буйынса алмаштырғыһыҙ ярҙамсы һәм кәңәшсе. Иҫәп-хисап мәсьәләләрен сисеү ҙә, документтар менән эш тә уның аша ғына алып барыла. Өлкәндәр ҙә йорт мәшәҡәттәренән арынған буш ваҡытында виртуаль донъя менән бик “дуҫ”. Унда хужабикәләр, баҡсасылар өсөн кәңәштәр ҙә, аш-һыу әҙерләү өлгөләре лә тулып ята бит. Күптәр өсөн Интернет, берәй ергә бараһы булғанда, юл картаһын ҡарап алыу, штрафтарҙы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе башҡарыу өсөн бик уңайлы. Әбей-бабайҙарға ла Интернет ят нәмә түгел, йәштәрҙең ярҙамы менән булһа ла, һауа торошон, намаҙ уҡыу ваҡытын белешеп баралар. Ҡарттарҙа кеҫә телефоны барлыҡҡа килә башлағас, был беҙгә баштараҡ сәйерерәк тойолһа ла, хәҙер ул ғәҙәти күренешкә әйләнде инде. Уларҙа бөгөнгө заманда компьютер менән Интернетҡа бәйле яңы мода барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, махсус программа аша экранда бер-береһен күреп, йырағыраҡ ҡалаларҙа йәшәгән туғандары, ул-ҡыҙҙары, ейәндәре менән аралаша.
Яҙмыштың ауыр һынауҙарына дусар булып, инвалид коляскаһында ултырғандар, хәрәкәтләнеүҙә сикләнгәндәр өсөн “донъяуи селтәр” һәр нәмәгә алмаш.
Студенттар Интернет аша өйҙән тороп белем ала, Интернетҡа яйлаштырылған эшкә урынлаша, тырышыраҡтары хатта үҙҙәренең фирмаларын да аса һәм ҙур уңыштарға өлгәшә. Улар өсөн был селтәр – яндарына килеп йөрөй алмаған, сит ҡалаларҙа йәшәгән дуҫтары, туғандары менән аралашыу өсөн иң уңайлы сара. Хатта һәр ҡайһыһының рәсемен күреп, күңелең теләгән һәр йорт кәрәк-ярағын, аҙыҡ-түлекте өйөңә алдыртып була.
Ҡыҫҡаһы, Интернет — алға барыш емештәре араһында иң файҙалыларҙың береһе. Аралашыу, кем менән теләйһең — шуның менән элемтәгә сығыу, кемделер эҙләп табыу, белгестәр менән кәңәшләшеү, белем алыу, эш табыу, аҡса эшләү, килешеүҙәр төҙөү, күңел асыу, ял итеү, барлыҡ яңылыҡтарҙы ла белеп барыу, кәрәкле мәғлүмәткә эйә булыу, төрлө түләүҙәр башҡарыу, кәрәк саҡта дуҫыңа аҡса күсереү, бүләктәр яһау, теләгән нәмәне һатып алыу – унда барыһы ла мөмкин. Ә виртуаль тормошҡа ҡаршы булған, уны һөйөп бөтөрмәгәндәргә яуап шундайыраҡ: ни генә тиһәгеҙ ҙә, Интернеттың тиҫкәре яғына ҡарағанда, ыңғайы күберәк. Ул йәшәйешебеҙҙең бөтә тармаҡтарына ла тиерлек үтеп инде. Киләсәктә, миҫал өсөн, Интернет-дауаханалар, Интернет- юғары уҡыу йорттары, хатта Интернет- төрмәләр барлыҡҡа килһә лә, аптырамаҫһың. Ә ниңә — уңайлы, файҙалы һәм рәхәт бит!