Ике сменала уҡытыу ваҡытлыса05.09.2017
Белем көнөндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 16-сы гимназияһында булды. Ул мәғариф учреждениеһының уҡыу йылына әҙерлек кимәленә баһа бирҙе һәм “Киләсәккә ынтылған Рәсәй” тигән темаға асыҡ дәрес үткәрҙе.
Инглиз теле тәрән өйрәнелгән 16-сы гимназия 1989 йылда асылған. Директор Тимербулат Һиҙиәтуллин әйтеүенсә, быйыл мәктәптә 1242 бала, шул иҫәптән 209 I класс уҡыусыһы белем аласаҡ. Уҡыусылар һаны күп булғанға күрә, мәктәп ике сменала эшләй.
Рөстәм Хәмитов республикала ике сменала уҡытыуҙы бөтөрөү буйынса эштең дауам итеүе хаҡында әйтте. Өфөлә яңы мәктәптәр төҙөү икенсе сменала уҡыусылар һанын әкренләп кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Төбәк Башлығы спорт залын, кластарҙы ҡарап сыҡты, уларҙың тейешле йыһаз, методик әсбаптар менән тәьмин ителешен тикшерҙе.
Белем көнөнә арналған тантанала Рөстәм Хәмитов гимназияның педагогик коллективын, уҡыусыларҙы байрам менән ҡотланы.