Төбәктә үткән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Баҡалы ауылының мәҙәниәт һарайы гөрләп торҙо. Фойела белем усаҡтары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне.Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев белдереүенсә, мәғариф системаһы бүтән тармаҡтан һәм йәмәғәтселек ойошмаларынан тыш бер нисек тә үҫешә алмай. Мәғарифтың киләсәген хәстәрләү – етәкселектең төп маҡсаты. Ошо тармаҡҡа бик күп аҡса йүнәлтелеүе – шуға асыҡ дәлил.
Сарала экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыев Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотлау сәләмен еткерҙе.
– Мәғарифҡа һәр саҡ етди иғтибар бүленде, әле лә шулай, – тине Илдар Рим улы. – Уның кеше яҙмыштарын билдәләүҙә әһәмиәте ҙур, был йәһәттән тотош төбәкте алып ҡарағанда ла ошолай әйтергә мөмкин. Һеҙҙә изге йолаларҙың дауам ителеүенә сикһеҙ шатмын.
Шул шатлыҡлы: баҡалылар республиканан тыш, федераль кимәлдә уҙғарылған конкурстарҙа ла теләп ҡатнаша, улай ғына түгел, призлы урындар яулай. Берҙәм дәүләт һөҙөмтәләре буйынса ла алдынғылар исемлегендәләр.