Их, йәш саҡтар!05.09.2017
Их, йәш саҡтар!Уҡыу йылының тәүге көнө Өфө ҡалаһы йәштәренә күтәренке кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда “Сәләм, студент! Беҙ – бергә” тип исемләнгән матур сара уҙғарылды.
Дәртле студенттарҙың сафын тулыландырған барлыҡ йәштәрҙе бергә туплаған был байрам быйыл да үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә мөмкин. Милли батырыбыҙ һәйкәле янындағы ҙур майҙан барса халыҡтың шатлыҡлы йөҙҙәре менән йәмләнде, йыр-моңло тауыштарҙан гөрләп торҙо.
Белем көнө уңайынан олоһон да, кесеһен дә “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ҡотланы, бәләкәстәр сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы. Йәштәр менән һәр саҡ бер тулҡында булған “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре сараны үҙенсәлекле итеп алып барҙы. Төрлө күңелле уйындар, конкурстар һәм башҡа мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо. Байрам йәш быуын яратып тыңлаған эстрада йырсыларының йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәштәр яңы уҡыу йылын яҡшы кәйефтә башланы, алдағы көндәрҙә тырышып уҡырға тигән маҡсатлы уйға көйләнде.


Вернуться назад