Өфөләге 77-се урта мәктәптең һыҙма һәм рәсем дәрестәре уҡытыусыһы 1981 йылда йышылған шпондан ҡурай яһауға тотонған. Артабан ул, үҙенең был эшенә патент алғандан һуң ҡурайҙы күпләп яһап, һатыуға сығара башлаған. Ә инде 1985 йылда оҫта эшләгән думбыра өлгөләре (сопрано, альт, бас) киң производствоға индерелә, 1995 йылда иһә ул үҙе реконструкциялап ҡыл-ҡумыҙ яһай. Күп яҡлы был шәхесте, әлбиттә, ҡурайсылар һәм думбырасылар ғына түгел, тотош республикабыҙҙа Вәкил Шөғәйепов булараҡ беләләр. Миңә лә был олуғ оҫта менән Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның 8-се класында уҡыған сағымда танышырға насип булды. Ҡурайҙан уҡытыусым Нурғәле Байрамғолов алып барғайны. Беҙ оҫтаханаһын күрҙек, ҡурайҙарҙы шунда уҡ эшләп һата ине. Белеүебеҙсә, был оҫтахананы Вәкил Шәкир улына Мәҙәниәт министрлығы биргәйне. Гимназиянан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс тә, ай һайын оҫтаға килеп ҡурай һатып алып йөрөнөм. Сифатлы эшләнгән ҡурайҙы тотош республиканан алырға киләләр ине. Ҡурайҙан тыш думбыра, ҡыл-ҡумыҙ һата торғайны. Ә иң ҡыҙығы, оҫта үҙе ҡурайҙа уйнай белмәһә лә, музыка ҡоралын сифатлы итеп эшләй ине. Үҙе рәссам-оформителгә уҡыған, шулай эшләп йөрөгәнендә шпонды яңылыш ҡына эҫе һыуға төшөрөп ебәрә һәм, уның эҫегә төрөлгәнен күргәс, бынан ҡурай яһап булмаҫмы икән тигән уй башына килә. Һәм эшләй ҙә!
Ата-бабаларыбыҙ уйнаған үлән ҡурай, еҙ һәм көмөш ҡурайҙарҙан һуң XX быуат аҙағында тап ошо Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан ағас ҡурайҙар киң танылыу ала. Ул йылдарҙа ошо ҡурайҙы таратҡан оҫтаның инде ер йөҙөнән китеүенә бер нисә ай үтте. Хәйер, үҙе иҫән саҡта уҡ әле шпондан ҡурай эшләүсе оҫталар барлыҡҡа килә башлағайны. Шуға ла, Вәкил Шөғәйепов мәктәбен дауам итеүселәрҙең барлығы ҡыуандырһа, уларҙың сифаты түбәнерәк булыуы көйөндөрә. Ә бына минең кеүек бала саҡтан уҡ тик Шөғәйеповтың ҡурайына тоғро ҡалғандарға һәм бик күп өлкән ҡурайсыларға артабан сифатлы ҡурайҙы кем яһап бирер?..
Айҙар БАЙТИМЕРОВ,
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының IV курс студенты.