Һуғыш, яҙмыш һәм СМЕРШ01.09.2017
Һуғыш, яҙмыш һәм СМЕРШШағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тәғәйен ваҡиғаларға нигеҙләнеп ижад ителгән “Хаттар һөйләй” һәм “Яҡты эҙ” тигән ике поэмаһы бар. Тәүгеһендәге төп герой – һуғышта Белоруссия ерендә һәләк булған Фәтҡулла олатайымдың оло улы Ғәйфулла Баймөхәмәтов (1918 йылда тыуған), ә “Яҡты эҙ”ҙәгеһендә – Ғәйфулланың яратҡан ҡыҙы, уҡытыусы Зифа (исеме үҙгәртеп алынған).
Ғәйфулла, Зифа һәм Яҡуп Ҡолмой утыҙынсы йылдарҙа Стәрлетамаҡ педтех­никумында уҡый, унда улар Хөсәйен Ҡу­наҡбай, Ҡадир Даян дәрестәрен тыңлай. Йыр-бейеүгә, әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ йәштәр әҙәби түнәрәктә шөғөлләнә, өсөһө лә матур йырлай, бейей һәм шиғырҙар яҙа. Техникумда Ғәйфулла Зифаға ғашиҡ була.
Һуғышҡа тиклем уларҙың өсөһө лә уҡытыусы була. Яҡуп Ҡолмой Ғафури районының Ташбүкән ауылында, ә Ғәй­фулла Зифа менән икеһе бергә Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Ҡолғона ауылында уҡыта. Ғәйфулла сибәр, ипле, белемле, шиғриәт һөйөүсе һәм бик зыялы егет була. Йәштәр өйләнешергә ҡарар иткәс, бер мәктәптә эшләгән ике уҡытыу­сының мөхәббәтен аңламайҙар һәм “фашлайҙар”. Ул йылдарҙағы әҙәп-тәртип ҡанундары, етмәһә, аяуһыҙ репрессия йылдарында (хатта мөхәббәт тураһында шиғыр яҙырға ла ярамаған!) был бәйләнеш өсөн уны эштән ҡыуырға, йә иһә төрмәгә ултыртырға тырышалар. Бәхеткә күрә, яҙмыш Ғәйфулланы аралап ҡала – уға армияға повестка килеп төшә... Ә бер аҙҙан һуғыш башлана.
Өс дуҫтың барыһы ла һуғышта ҡатна­ша. Яҡуп Ҡолмой – генерал Доваторҙың кавалерия дивизияһында, ә Ғәйфулла Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғыша, Зифа иһә 1942 йылдың башында үҙе теләп фронтҡа китә, санитарка була.
Ғәйфулланы техникум белеме булғанға күрә башҡорт кавалерия дивизияһында взвод командиры итеп ҡуялар, ләкин 1941 – 1942 йылдарҙағы иң һынылышлы мәл­дәрҙә уны ла ил һәм һалдат яҙмышына төшкән бәләләр урап үтмәй: Украинала Ғәйфулла хеҙмәт иткән часть ҡамауҙа ҡала, һәм бик күп совет яугире немецтарға әсирлеккә төшә. Уларҙы туп-тура Герма­нияға эшкә оҙаталар.
Ләкин Ғәйфулла ҡайһы бер иптәштәре менән немецтарға эләгергә теләмәй: башта ул бер украин ғаиләһендә йәшеренеп тора. Шунан, ул тирәнән немецтар киткәс, үҙе кеүек кемеһе ҡайҙа ҡасып ҡалған яугирҙәрҙән торған партизан отряды ойоштороп, урманға китә. Унда ул, партизан отрядына командалыҡ итеп, немецтарға ҡаршы һуғыша. 1943 йылға тиклем уның үлеме-тереме икәнлеген бер кем дә белмәй. Билдәле, урманда партизан булып йөрөгән Ғәйфулла үҙенең хәлен туғандарына ла, Яҡуп Ҡолмойға ла хәбәр итә алмаған. Уның ҡайҙалығын элек хеҙмәт иткән часында ла белмәгәндәр – һуғыштың үҙ ҡағиҙәләре бар бит.
Ҡанаҡай ауылына Ғәйфулланы хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индереп, әсәһенә хат ебәргәс, Нәсихә өләсәйем быға бик ҡайғыра, сөнки ире Белоруссияла һәләк булғас, һуғышта йөрөгән улдары Ғәйфулла, Рәхмәтулла һәм минең атайым Мотиғулла өсөн бик борсола, етмәһә, ҡулында улы Ғүмәр менән ҡыҙы Рауза бар... Улының юғалыуына ныҡ борсолған өләсәйем уның әсиргә төшөүенән ныҡ ҡурҡа, сөнки ул замандарҙа әсирлеккә эләккән яугирҙәрҙең ғаиләләренә ҡарата насар ҡараш булған, атайҙары өсөн балаларын да һатлыҡйәнлелектә ғәйеплә­гәндәр, һуғыштан һуңғы йылдарҙа уларҙың ғаиләһенә дәүләт ярҙамы күрһәтелмәгән. Әйткәндәй, мин үҙем дә Ҡанаҡайҙа бындай хәлде мәктәптә уҡығанда күреп үҫтем. Быларҙы яҡшы аңлаған Нәсихә өләсәйем: “Рәхмәтулла, Ғәйфулла, Мотиғуллам үлһә үлһен, тик пленға ғына төшмәһендәр инде, Раббым”, – тип гел генә доғалар уҡып, теләктәр теләп йөрөгән.
Һәм, ниһайәт, үҙебеҙҙекеләргә ҡушыл­ғас, Ғәйфулла иҫәнлеген белдереп, ауылға хат яҙа. Артығын хәбәр итмәй. Сәбәбен аңлатып китәйек.
...Партизандар беҙҙең частар менән ҡушылғас, Ғәйфулланы техникум тамамлауын иҫәпкә алып, Ташкентҡа коман­дирҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Унан әйләнеп ҡайтҡас, ул “Багратион” опера­цияһында ҡатнашырға тейеш була, ләкин Ташкенттан ҡайтыуына уны СМЕРШ көтөп тора – ҡыҙыл командир Ғәйфулла Баймөхәмәтовты илде һатыуҙа, уға хыянат итеүҙә ғәйепләйҙәр һәм хөкөм ҡарары сыҡҡанға тиклем төрмәгә ултырталар. Ул заманда һуғыш законы ҡаты булған, ә аҙағы билдәле инде: Тыуған илгә хыянатта ғәйепләп, атырға хөкөм итеү. Ғәйфулла, ярты йылға яҡын үлем көтөп, төрмәлә ултыра, был ваҡытта уның “партизанлығы” буйынса тикшереү эштәре алып барыла.
Быны ишеткәс, өләсәйем юғалып ҡалмай. Һуғыш йылдарында ул колхоз активисы, колхоз идараһы ағзаһы һәм уңған колхозсы була, көндәлек эш нормаһын гел арттырып үтәй. Был турала ул Иосиф Виссарионович Сталин исеменә хаттарында яҙа. Унда ошондай юлдар була: “Ирем Фәтҡулла Баймөхәмәтов Белоруссияла батырҙарса һәләк булып ҡалды, Сталин иптәш, тағы ла Рәхмәтулла менән Мотиғулла исемле ике улым һуғышта. Бер ғаиләнән дүрт кеше китте бит. Миңә яңғыҙыма ике баланы ҡарау, Енеүҙе яҡынайтыу өсөн колхозда эшләү бик ауыр. Бик тырышып тир түгәм, Сталин улым, тик ауыр булһа ла зарланмайым. Тормошта яңылышмаған кеше булмай, әгәр Ғәйфулламдың ғәйебе булһа, һуғышҡа ебәреп, намыҫын аҡларға ярҙам итегеҙ, ҡаны менән йыуһын! Тик атмағыҙ! Ышанығыҙ, мин әсә кеше, алдай белмәйем, ғәҙеллек яҡлымын”. Бына шулай, хат артынан хаттар яҙып, ул Ғәйфуллаһын үлемдән йолоп ҡала... Һәм атыу хөкөмөн егерме йылға төрмәгә ултыртыу менән алмаштыралар.
Ә һуғышта ниҙәр генә булмаған! Ғәйфулла менән булған фажиғәле ваҡиғалар Украина ерендә бара, ә бит ҡамауҙа ҡалғанға тиклем ул 1942 йылдың көҙөндә Харьковта бөтөнләй осраҡлы рәүештә атайым Мотиғулла менән осраша, хатта бергәләп фотоға ла төшәләр. Утлы йылдарҙа төшкән һарғайып бөткән был фото беҙҙең ғаилә архивында әле лә ҡәҙерләп һаҡлана.
Ғәйфулла 1942 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Яҡуп Ҡолмой менән дә күрешеп өлгөрә, шунда шағир уның урманда партизан булып йөрөүен белә һәм был уларҙың һуғыш яланындағы һуңғы күрешеүе була.
Үҙен бына шундай аяныслы яҙмыш көткәнен белмәгән Ғәйфулла һуғыштың тәүге йылдарында Яҡуп Ҡолмой менән хатлашып торған. Йәштәше һәм туғаны булған Яҡуп Ҡолмой уға ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән һуғыш ваҡиғаларын шиғыр юлдары менән яҙған. Әйткәндәй, шағирҙың автографты шиғри юлдар менән яҙыу күнекмәһе ана шул йылдарға барып тоташа ла инде. Был турала Ҡолмой үҙенең иҫтәлектәрендә лә әйтә.
Яҡуп Ҡолмой, атының соңҡаһына һалып, Ғәйфуллаға бөтәһе алты хат яҙған. Тәүге хатын ул Клин урманында 1941 йылдың 19 сентябрендә яҙа, унда ошондай юлдар бар:
Бәрелештән һуң күн эйәргә һалып,
Хат яҙыуы үтә күңелле.
Аҡ ҡағыҙға кәкре юлдар һыҙып,
Йыуатаһың шул саҡ үҙеңде.
Пуля осҡан ерҙән хаттар яҙам,
Ғәзиз ерем туптан талана.
Мин бик-бик ҡәнәғәт булыр инем,
Хатым һине эҙләп табалһа.
1943 йылдың 6 ноябрендә Яҡуп Ҡолмой Ғәйфуллаға яҙған бишенсе хатына яуап алмай. Ғәйфулланың хәбәрһеҙ юғалған­дар исемлегенә индереүҙәрен белһә лә, туғанынан хаттар килмәһә лә, яҙыуын дауам итә һәм бик ҡайғыра... Ошо йылдың 8 авгусында ул Днепр ярына ултырып түбәндәге хатын яҙа:
Һин дә ғәйеп...Сәләх һәләк булды,
Ғүмерен бирҙе танкист Миңләхмәт.
Һыңар ҡулды мин муйынға аҫтым,
Йәрәхәтләнде ҡустың Рәхмәт (бында ауылдаштары һәм алда әйтелгән шағирҙың Рәхмәтулла ҡустыһы тураһында һүҙ бара).
Әсәң күҙен текәп карточкаңа,
Һине уйлай оҙон төндәрен...
Сәй алдынан ишетергә була
Хәйрүш ҡарттың һине һөйләүен, – тигән һүҙҙәр ҙә бар шағирҙың бишенсе хатында (тулы исеме Хәйрулла, йәғни Яҡуп Ҡолмойҙоң атаһы).
Ысынында иһә был ваҡытта Ғәйфулла, Украина урмандарында партизан булып йөрөгәнгә күрә, үҙе менән ни булғанын туғандарына ла, Яҡуп Ҡолмойға ла хәбәр итә алмаған. Уның ҡайҙалығын ауылда ла, Яҡуп Ҡолмой ҙа белмәйҙәр.
Шулай итеп, Яҡуп Ҡолмой менән уның йәштәш туғаны Ғәйфулла Баймөхәмәтов бер-береһенә барлығы алты хат яҙа. Ошо хаттар Ғәйфуллаға ауыр көндәрендә рухи терәк булып, иҫән ҡалыуға өмөт-ышаныс биргән.
Тау менән тау осрашмаһа ла, тере кешеләр барыбер осраша. Бәхеткә күрә, Ғәйфулла менән Ҡолмойға ла күрешергә насип була... Ғәйфулла һуғыш башланған­дан һуң 12 йыл үткәс кенә тыуған йортона әйләнеп ҡайта, шул йылдарҙың теп-теүәл туғыҙын ул ГУЛАГ-та уҙғара. Уны һәм уның кеүек меңдәрсә фажиғәле яҙмышлы яугирҙе тик Сталин үлгәндән һуң ғына иреккә сығаралар. Әйткәндәй, был хәлдәр “1953 йылдың һыуыҡ йәйе...” исемле кинофильмда бик яҡшы тасуирлана.
Ғәйфулланың трагик яҙмышын Украинала һуғышҡан билдәле Рәсәй киноактеры Иннокентий Смоктуновский ҙа уртаҡлаша: немецтар Киевты баҫып алғас, беҙҙекеләр меңәрләп әсирлеккә төшә, ләкин Смоктуновский Ғәйфулла һымаҡ ҡасып өлгөрә. Өс ай тирәһе ул да бер украин ғаиләһендә ҡасып йәшәгәндән һуң, урманға китеп партизандарға ҡушыла. Ләкин “үҙен-үҙе атмағаны йә пленға төшмәгәне, тимәк, “һуғышмағаны өсөн” бөйөк актерға мәң­гелеккә “ышанысһыҙ кеше” мөһөрө тағыла. Уға бик күп йылдар эш бирмәйҙәр, НКВД-ға саҡыртып интектерәләр, артынан һәр ваҡыт күҙәтеп торалар, төрлөсә ҡыйыр­­һыталар, театрҙа ролдәр бирмәйҙәр. Ғәйфулланан айырмалы рәүештә, уны тик талантлы актер булғаны өсөн генә төрмәгә ултыртмайҙар. Әйткәндәй, был хаҡта Иннокентий Смоктуновский үҙенең “Мемуарҙар”ында һөйләй.
1942 йылдан бирле күрешмәгән Яҡуп Ҡолмой менән осрашҡас, Ғәйфулла уның ҡулына хаттарҙы тотторғанда былай ти:
– Мә, ал хаттарыңды, Яҡуп, мин һиңә уларҙы кире ҡайтарам. Рәхмәт хаттарың өсөн, Яҡуп! Улар мине үлемдән һаҡлап алып ҡалды. Әгәр шул хаттарың булмаһа, мин, бәлки, әле һинең алда тере килеш баҫып тормаҫ, ул мәхшәрҙән ҡотолоп ҡайта алмаҫ инем.
Был хәлгә таң ҡалған Яҡуп Ҡолмой хаттарҙы алғанда түгелеп илай, уға ҡушылып Ғәйфулла ла күҙ йәше түгә. Һуңынан шағир, хаттарҙы эшкәртеп, “Хаттар һөйләй” тигән поэма яҙа.
Бына шулай, әгәр Ғәйфулла Баймөхә­мәтов ГУЛАГ-тан иҫән-һау әйләнеп ҡайт­маһа, Яҡуп Ҡолмойҙоң “Хаттар һөйләй” поэмаһы ла тыумаған булыр ине. Яҡуп Ҡолмой үҙенең был ҡәҙерле поэмаһын байтаҡ йыйынтыҡтарына, шул иҫәптән 1968 йылда баҫылған “Һайланма әҫәр­ҙәр”енә, 1986 йылда сыҡҡан “Шиғырҙар һәм поэмалар”ына ла индергән.
Ә хәҙер Зифаға әйләнеп ҡайтайыҡ. Санитарка Зифа ла алыҫ Украина ерендә һуғыша. Батыр ҡыҙ ун биш яралыны ҡотҡара, тик немец снайперының пуляһы тейеп һәләк була. Зифаға үҙе үлгәндән һуң батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирәләр, тик ул яугир ҡыҙҙың туған-тыумасаһына 40 йылдан һуң ғына килә...
...Ә Ғәйфулла Украинала ғына түгел, алыҫ Югославия ерендә лә партизан отряды командиры булып һуғыша, батырлығы өсөн беренсе дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены менән наградлана. Тик был хаҡта ГУЛАГ-та ултырған “ышанысһыҙ” яугиргә оноторға ҡушалар. Уның орден менән бүләкләнеүе хаҡында тик Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы еткәс кенә билдәле булды. Әгәр миҫал өсөн Даян Мурзиндың һуғыш тамамланып 65 йыл үткәс кенә үҙе хаҡында китап яҙырға рөхсәт ителеүен иҫәпкә алһаҡ, быға һис аптырайһы түгел – социализм осоронда әсирлеккә эләккән, партизан булып һуғышҡан яугирҙәр алда әйтелгәнсә, “халыҡ дошманы” тип иҫәпләнгән. Шуларҙы уйлайым да Даян Мурзиндың иҫән ҡалғанына иҫем китә!
Төрмәлә ултырыу, ҡыйырһытылыу, кәмһетелеүҙәр Ғәйфулланың гөл кеүек матур күңелен имгәткән, ғәҙеллеккә ышанысын юғалтҡан. Төрмәнән ҡайтҡандан һуң, ул егелеп колхозда эшләне, Ҡанаҡай мәктәбендә хеҙмәт дәрестәренән уҡытты. Тыныс күңелле, сабыр холоҡло, моңһоу йөҙлө, йәшкелт күҙле, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, ғәжәп изге күңелле кеше ине ул, ләкин мин был бабайымдың тормошта йылмайған саҡтарын, йырлағанын, бейегәнен, шатланғанын бик һирәк күрҙем һәм бының сәбәбен аңлай алманым. Төр­мә­лә ултырыуы тураһында ла һуғыш тамам­ланыуға 70 йыл тулғас ҡына белдем...
Беҙ күрше йәшәнек. Ул ваҡытта мин БДУ студенткаһы инем. Ғәйфулла бабайым түшәккә ятҡас, әсәйем ҡайнағаһын яңғыҙ ҡалдырмаған. Бабайым үҙенең һуңғы һулышын килене Ғәлимә (әсәйем) ҡулында алған, сөнки башҡа ярҙам итеүсе, тәрбиәләүсеһе булмай. Ә ҡатыны Кәримә инәй унан алдараҡ вафат булғайны, ҡалған ағалары, шул иҫәптән ҡустыһы Ғүмәр ҙә – барыһы ла ҡалала йәшәне. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, Ғәйфулла яҙмышына һуҡранмайынса тыныс киткән...
Йомғаҡлап шуны әйтке килә: Бөйөк Ватан һуғышында Ҡанаҡай ауылында йәшәгән Ҡолмөхәмәтовтарҙан ғына ла барлығы алты кеше ҡатнаша: Яҡуп Ҡолмой, уның бер туған ағаһы Фәтҡулла менән журналист ағаһы Хисмәтулла, Фәтҡулланың улдары Ғәйфулла, Рәх­мәтулла һәм 17 йәшлек Мотиғулла (атайым) – барыһы ла иҫән-һау орден-миҙалдар тағып ҡайта, тик... Ғәйфулланан башҡалары ғына. Яҡуп Ҡолмой һуғыш имгәткән яугир туғандарының барыһына ла шиғырҙар яҙа, ә яратҡан ҡустыһы Мотиғуллаға ул “Митуҡ һүҙе” (шиғырҙың икенсе исеме “Үс” тип атала) шиғырын һәм “Көтөүсе йыры”н арнаны.

Чехия.


Вернуться назад