Мода журналына эйәрһәң02.12.2011
Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе үҙен тәмәкенең "еңелен", йәғни "зарарһыҙын" ғына тартам тип тынысландыра, әммә тикшеренеүҙәр уның "еңел" булмауын күрһәтә. Бөтә илдәрҙә лә тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш алып барыла. Рәсәйҙә ул һүлпәнерәк бара, өҫтәүенә, тәмәке етештереү арта. Беҙ хатта уны һатыу буйынса алдынғы өс ил иҫәбендә.
Үҫешкән илдәрҙә тәмәке тартыусылар булмаған тотош ҡалаларҙы атарға мөмкин. Ә уларҙағы тыйыу сараларын Рәсәйҙә ҡулланыуҙы күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Шуға беҙҙәге статистика мәғлүмәттәренә хайран ҡалырлыҡ. Мәҫәлән, бер йылда ғына тәмәкегә бәйле сирҙән 200 меңләп кеше вафат булған. Төтөн һурырға әүәҫтәр араһында йәштәр ҙә, ололар ҙа күп. Табиптар һуңғы йылдарҙа тәмәке тартыусы ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡа артыуын һәм ир-ат һаны менән тиңләшеп барыуын билдәләй. Бындай хәл – әлбиттә, етештереүселәрҙең тырышлығы. Урамдарҙағы һәм мода журналдарындағы рекламала тәмәке төтөнө артындағы тормош бик матур һүрәтләнә.
30 – 39 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙ көн һайын 1 – 6 тәмәке тартһа, йөрәк сиренән вафат булыу хәүефе тартмаусыларға ҡарағанда 1,5 тапҡырға арта. Әгәр тәмәкенән ыҫланыу был норманан уҙып китһә, хәүеф 3,5 тапҡырға күтәрелә. Ҡатындарҙы яман шеш менән йәнәш башҡа хәүефтәр ҙә һағалай. Был ғәҙәт уларҙың бала табыу һәләтенә лә кире йоғонто яһай. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ауырға ҡалыу мөмкинлеге кәмей, йөклөлөк ауыр бара, яралғы төшөүе, бала ваҡытынан элек тыуыуы ихтимал. Икенсенән, тәмәке тартыу гормональ контрацептивтарҙың тәьҫирен юҡҡа сығарып, теләмәгән ваҡытта ауырға ҡалыу ихтималлығын арттыра.
Заман ҡатын-ҡыҙын статистик мәғлүмәт менән ҡурҡытып булмай, әлбиттә. Уларға был проблема ҡағылмаҫ кеүек тойола. Шул уҡ ваҡытта төтөн һурыуҙан барлыҡҡа килгән сирҙәрҙең эҙемтәләре үтә етди. Тәмәке тирелә кислородҡа ҡытлыҡ тыуҙыра, ҡан тамырҙары тарая, һөҙөмтәлә тән тәүҙә төҫһөҙ булһа, һуңыраҡ һарғылтҡа әйләнә.
Тартыуҙы аҡлау өсөн әллә күпме уйҙырма уйлап табалар. Күптәр стресс мәлендә тынысландыра тип иҫәпләй, студенттарҙан ул имтихан ваҡытында көсөргәнешлекте кәметергә ярҙам итә тигәнде ишетергә була. Был – үҙ-үҙеңде алдау. Икенсе уйҙырма артыҡ ауырлыҡ менән бәйле. Ҡатын-ҡыҙ, "тәмәкенән баш тартһам, һимерә башлармын", тип ҡурҡа. Әммә кәүҙә ауырлығы саманан тыш булған кеше тәмәке тартыуын дауам итһә лә, бер ҙә зифа буй-һынлы булып китмәй.
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда:
– донъяла һәр 6 секунд һайын бер тәмәкесе вафат була;
– йыл һайын тәмәке ағыуынан 4,9 миллион кеше яҡты донъя менән хушлаша;
– һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәмәкеселәрҙең ғүмере 20 йылға ҡыҫҡарған;
– Ер йөҙөндә 1 миллиардтан ашыу кеше тәмәке тарта.