Иң мөһиме – әүҙемлек01.09.2017
Граждандарҙың әүҙемлеген дәртләндереү, ҡала һәм ауылдарҙа йәшәгәндәрҙең йәмғиәт өсөн файҙалы тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуға бар яҡлап булышлыҡ итеү – республика урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының төп асылы. Башҡарылаһы эштәр туранан-тура финанс мәсьәләләренә бәйләнгәнлектән, объектты дөрөҫ һайлау, проект сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға халыҡтан аҡса йыйыу өсөн күрше-тирә, урындағы хакимиәт менән уртаҡ тел табыу алға сыға.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы Башҡортостанда 2014 йылдан эшләп килә. Башта ул айырым ҡала һәм райондарҙа “пилот проекты” булараҡ һыналһа, 2016 йылдан бөтә республикаға тәҡдим ителде. Нәҡ ошо ваҡыттан программаны тормошҡа ашырыу менән Башҡортостан стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге шөғөлләнә. Был арала Үҙәктең ғилми хеҙмәткәрҙәре программаны үҙебеҙҙең шарттарға фәнни нигеҙҙә тулыһынса яраҡлаштырҙы һәм сараны ойоштороу алым-ысулдарын ғәмәлдә һынап ҡарау, уларҙың халыҡ тарафынан нисек ҡабул ителеүен асыҡлау маҡсатында урындарҙа ике меңдән ашыу йыйылыш үткәрҙе. Ошондай әҙерлек эштәренең һөҙөмтәһе лә ҡыуаныслы булды тип айырым билдәләргә кәрәк: конкурста ҡатнашыу өсөн бирелгән ғаризалар һаны 15 процентҡа артты, йәғни 2016 йылда улар 666 булһа, быйыл 787-гә етте.
– Шул уҡ ваҡытта халыҡ өҫтөнлөк биргән йүнәлештәр һуңғы ике йылда бер нисек тә үҙгәрмәне, — ти үҙәк етәксеһе Эльдар Нуретдинов. – Улар иҫәбендә тәү сиратта мәғариф өлкәһенә, юлдар һалыуға һәм йүнәтеүгә, парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә, балалар майҙансыҡтары ҡороуға, һыу менән тәьмин итеүгә ҡағылған проекттар инә.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, теге йәки был ҡала һәм ауылда йәшәүселәр үҙҙәре өсөн көнүҙәк мәсьәләне тулыһынса үҙаллы билдәләй. Мәҫәлән, ҡайҙалыр юлды тәртипкә килтерергә кәрәк, икенсе урында балалар өсөн спорт-уйын майҙансығына мохтажлыҡ ҙур. Халыҡтың әүҙемлеге эштең ошо тәүге этабынан уҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Күпселек тауыш йыйған тәҡдим өсөн аҡса йыйыу ҙа еңелерәк хәл ителә, уға бағыусылар ҙа, сығымдарҙың 5-тән 15 процентына тиклемен ҡапларға тейеш булған муниципаль хакимиәттәр ҙә ыңғай ҡарай. Тәжрибә күрһәтеүенсә, баштан уҡ ҙур әүҙемлек күрһәткән төбәктәрҙең проекттары юғары баһа ала һәм конкурста еңеүгә өлгәшә. Был иһә республика кимәлендә финансланыуҙың төп нигеҙе.
Быйыл ҡала һәм ауылдарҙан 450 меңдән ашыу кеше урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса йыйҙы. Уларҙың әүҙемлеге юл һәм урамдарҙы йүнәтеүгә, күп ҡатлы йорт ихаталарын тәртипкә килтереүгә, балалар өсөн төрлө майҙансыҡтар ҡороуға, социаль йүнәлештәге проекттарҙы үтәүгә булышлыҡ итә.
Ғәзиз ЙОСОПОВ,
Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр
институтының матбуғат хеҙмәткәре.