Балалар тауышы тынмай01.09.2017
Балалар тауышы тынмай Исламбахты ауылы Бишбүләк районы һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш урынлашыуы менән ҡунаҡтарҙың иғтибарын үҙенә тарта. Улай ғына ла түгел, тәбиғәтенең хозурлығы күңелдәрҙе әсир итә. Талғын ғына ағып ятҡан Ыҡ йылғаһының эргә-тирәгә йәм өҫтәүе шуға асыҡ дәлил.Исламбахтылар бүтәндәр шикелле ғәҙәти тормош менән йәшәй. Ураҡтың ҡыҙыу барыуы тураһында күкрәк һуғып һөйләнеләр, мул уңыш йыйып алыуҙары бигерәк тә яҡшы. Оҙайлы ҡышҡа артығы менән мал аҙығы әҙерләүҙәрен дә уларҙан ишеттек. Шәхси ихаталар шулай уҡ ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә: уңғандар картуф ҡаҙа, бүтән төрлө йәшелсә-емеште баҙға һала. Ошо ҡаҙаныштар менән бергә ауылдаштарҙың тағы бер ҡыуанысын уртаҡлаштыҡ – яңы уҡыу йылы алдынан бында балалар баҡсаһы асылды.
ОБалалар тауышы тынмайшо урында тарихҡа ҡыҫҡа ғына байҡау яһап алыу кәрәктер. 1999 йылда Исламбахтыла ике ҡатлы йорт төҙөлгәйне, уртаҡ ҡыйыҡ аҫтында социаль-мәҙәни үҙәк, 108 балаға иҫәпләнгән мәктәп һәм 25 урынлыҡ балалар баҡсаһы бергә “йәшәп алды”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтмәгәндә заманалар үҙгәрҙе, үҙ сиратында ҡулайлаштырыу еле был яҡтарҙы ла урап үтмәне. Ҡыҫҡаһы, балалар баҡсаһы ябылды. Әмәлгә ҡалғандай, әле балалар күп булыу сәбәпле, уның ишеген ҡайтанан асыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Был шатлыҡ түгелме ни?! Әлбиттә, һөйөнөслө ваҡиға. Хәҙер балалар баҡсаһы ғына түгел, ә тотош ауыл кескәйҙәрҙең тауышына күмелгән.
Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов билдәләүенсә, төбәктә балалар баҡсаһына сират юҡ тиерлек. Баланың тиҫтерҙәре менән бергә булыуы һәр йәһәттән дә отошло: коллективҡа тиҙ ылығалар, һәр кемдә теләктәшлек тойғоһо барлыҡҡа килә, тәртип-таҙалыҡҡа өйрәнәләр.
Бөгөн иһә Исламбахтылағы балалар баҡсаһына 20-гә яҡын ҡыҙ һәм малай йөрөй. Ауылда ниндәй ҙә объекттың сафҡа инеүе уның киләсәге хаҡында туранан-тура һөйләй түгелме?!
– “Мәктәптәрҙе мәғлүмәтләш­тереү” проекты уңышлы тор­мошҡа ашырыла, – тине Илшат Әмир улы. – Беҙҙә бөтә мәк­тәптәргә лә интернет барып еткән. Балалар заман менән бергә атлаһын! Бынан тыш был йәһәттән уҡытыусылар ҙа тормоштан артта ҡалмаҫҡа тырыша. Уларҙың Башҡортостан Мәға­рифты үҫтереү институты ойош­торған MicrosoftLync програм­маһын файҙаланып, edu02.ru берҙәм коммуникация система­һының вебинарында әүҙем ҡатнашыуы шуға асыҡ миҫал.
Балалар баҡсаһы бюджеттан тыш аҡсаға ремонтланған. Бигерәк тә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Фәхретдинов ҙур ярҙам күрһәткән.
Әйткәндәй, республикабыҙҙы тиккә генә төҙөлөш майҙансығы менән сағыштырмайҙар. Мәҫә­лән, былтыр Иҫке Собханғол (Бөрйән районы), Ҡалтасы (Ҡал­тасы районы), Яңы Мулла­ҡай (Ҡариҙел районы), Федоровка (Федоровка районы) ауылдарында, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкән ҡалаларында дөйөм белем биреү учреждениелары, ә Ҡалтасы районының – Красный Холм, Ҡариҙел районының – Яңы Муллаҡай һәм Учалы районының Учалы ауылдарында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн белем усаҡтары сафҡа ингән.


Вернуться назад