“Туғанлыҡ”ҡа клиптар төшөрөлә01.09.2017
“Туғанлыҡ”ҡа клиптар төшөрөләӨфөлә “Туғанлыҡ” Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленә ҡарата Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында клиптар төшөрөлә. Уларҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Гөлмирә Исмәғилева, Урал Әминев, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзифә Динмөхәмәтова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина ҡатнаша.Видеороликтарҙың төп идеяһы – ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡы, традицион кәсептәр, йолалар, милли кейем-һалым менән таныштырыу, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын, егеттәрҙең көс-ҡеүәтен күрһәтеү. Клиптарҙа драма театры спектаклдәрендәге кейемдәр файҙаланыла. Ете ролик Башҡортостан телевидениеһы эфирында һәм социаль селтәрҙә күрһәтелә.
“Туғанлыҡ”ҡа клиптар төшөрөлә– Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылы янында клип төшөрөлдө, – тине театрҙың әҙәби бүлеге мөдире Эльвира Исҡужина. – Актер Юнир Ҡоланбаев бик күп сабыштарҙа еңеп сыҡҡан атта һыбай елеп үтте. Урал Әминев иһә уҡ атты. Руслан Хайсаров 40 килограмм ауырлыҡтағы һарыҡты елкәһенә һалып күтәрҙе. Был бүләк уға фестиваль нигеҙендә үткәрелгән Театр йыйынында көрәштә бил бирмәгән өсөн тапшырыла.
Әлегә фестивалдең рәсми сәхифәһендә роликтарҙы төшөрөү барышындағы һүрәттәр урынлаштырылған.
Әйткәндәй, республика Башлығы грантына VI “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале 7 – 14 сентябрҙә Өфөлә уҙғарыла. Ул төрки телле илдәрҙең һәм респуб­ликаларҙың иң яҡшы 11 театрын берләштерә.
“Туғанлыҡ”ҡа клиптар төшөрөлә
“Туғанлыҡ”ҡа клиптар төшөрөлә


Вернуться назад