Балаларға бүләк01.09.2017
Балаларға бүләкСтәрлетамаҡ башҡорт драма театры Мостай Кәримдең повесы буйынса спектакль әҙерләй. 28 сентябрҙә яңы 17-се миҙгелде асҡанда коллектив “Өс таған” спектакленең премьераһын тәҡдим итә. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты нигеҙендә ҡуйыла. Спектаклдең ҡуйыусыһы – йәш режиссер Антон Федоров Башҡорт­останда тыуып үҫкән, әле Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Пластика мәсьәләләре менән билдәле балетмейстер, С. Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Ирина Филиппова шөғөлләнә. Төп ролдәрҙә – Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары Ниса Бакирова, Илһам Рәхимов, Ләйсән Кәримова. Спектаклдә танылған актерҙар менән бергә Стәрлетамаҡ мәктәптәре уҡыу­сылары ла ҡатнаша.
– Башҡорт драма театры актерҙары ла, спектаклде ҡуйыусы команда ла, премьераны ҡара­ғандан һуң балаларҙа файҙалы эштәр башҡарыу, изге күңелле, ярҙамсыл, ҡыйыу булыу теләге уяныр, тип ышана, – тип билдәләнеләр театрҙың әҙәби бүлегендә.



Вернуться назад