Шаһиттар эҙләйем13.04.2012
Быйыл 2 ғинуарҙа Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан “Ирәндек” саңғы турбазаһында көндөҙгө сәғәт 4-тән 5-кә тиклем тауҙан шыуғанда, 17 йәшлек егет 6 йәшлек малайҙың өҫтөнә йығыла. Аяғын йәрәхәтләгән баланы әсәһе ҡарауылсының йортона алып инә. Ә егет тауҙан шыуыуын дауам итә.
Ошо ваҡиғаны күргән шаһиттарҙы эҙләйем. Сәбәп шунда: егеттең апаһы беҙгә нахаҡ бәлә яғырға маташа. Ошо көндә турбазала булған кешеләр, зинһар өсөн, беҙгә шылтыратһын ине.
Бәйләнеш өсөн телефондар:
8 (347) 244-45-48; 8-917-342-71-06; 8-905-002-31-18.


Вернуться назад