Артылғанда тормош үрҙәрен...29.08.2017
Артылғанда тормош үрҙәрен...Әхиәр олатай Исхаҡов — ҡала һәм районыбыҙҙың абруйлы ир-уҙаманы, аҡһаҡалы. Ғүмере буйы балаларға белем һәм хеҙмәт тәрбиәһе биргән, башҡа тармаҡтарҙы үҫтереүгә лә әллә күпме яңылыҡ индереүгә өлгәшкән олатай бөгөн дә тынғыһыҙ – үҙенең тамырҙарын барлау, уны киләсәккә аманат итеп ҡалдырыу ниәте менән яна. Хәйер, аҡһаҡалдың фиҙакәр хеҙмәте хаҡында уның ғүмер яҙмаһынан уҡып белерһегеҙ.
...Таң һыҙылып килә. “Йылайыр” совхозы яғынан бормалы-бормалы юлдан алты машина бер-береһенә тағылғандай алға үрмәләй. Иң арттағы машинала барған Әхиәрҙең дә уйҙары бер алға, бер артҡа йүгерә. Ҡапыл йыйынып, тотош донъяһын тейәп, ауылдан сығып китеүе лә бушҡа түгел. Тәғәйен барыр ерҙәре лә юҡ. Икенсе Этҡол ауылындағы ҡайны-ҡәйнәһенә күҙ төбәп китеп барыуҙары. Нисек ҡабул итерҙәр?..
Бына зыярат. Ошонда уның йән киҫәккәйҙәре – ике улы ята. Әхиәр күҙ йәшен күрһәтмәҫ өсөн башын түбән эйҙе. Машиналарҙы туҡтаттырманы, илауҙан ҡурҡты. Зыярат янынан үтеп, апаруҡ бара биргәс, кемдер “Йәш быҙау күренмәй ҙә-баһа!” тип ҡысҡырғанға, машиналар шып туҡтаны. Ысынлап та, был ни ғәләмәт? Саҡ баҫтырып тотоп тейәгәйнеләр, әле юҡ! Аптырап ҡалған шоферҙар кире яҡҡа боролдо. Яңы һыҙылып килгән яҡтылыҡта Әхиәр, быҙауҙы зыярат янында күреп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: ул ғәзиздәре янында туҡтап хушлашмай үтеп киткәйне, безәүкәй үҙе уны кире бында алып килде. Хикмәтле малды кире тотоп, машинаға тейәгәс, ир уртаһындағы уҙаман бәлә­кәстәре ятҡан ҡәберлектәргә күҙ һирпте. “Һеҙҙе ҡалдырып китәбеҙ... Бәхил булығыҙ, бәпестәрем!” — Әхиәр шыбырлап ҡына шулай тине лә, ауыр баҫып, машиналарға табан атланы...
Әхиәр үҙен белә-белгәндән һәр ваҡыт белемгә, яҡшылыҡҡа, изгелеккә генә ынтылды. Тыуған ауылы Үрге Таулыҡайҙа йәшәгәндә (уға ни бары 5-6 йәш тирәһендә) уҡытыусы Ләлә апай Шәрипова ликбез программаһы буйынса уҡытыуҙы Әхиәр­ҙәрҙең өйөндә үткәрә торғайны. Атаһы яҙыр өсөн уға ҡара таҡта ла әтмәләп бирҙе. Әхиәр, белем алыусы өлкәндәрҙән оялып, мейес башында ятып, Ләлә апаһының һәр әйткәнен тын да алмай эсте. Шулай итеп, ул алты йәшендә латинса уҡырға, яҙырға өйрәнде.
Нурлы ғилем донъяһына арбалған баланың артабан рәхәтләнеп белем эстәү бәхетен фашист Германияһы башлаған ҡәһәр төшкөр һуғыш өҙә. Ауылдың ир-егеттәрен, ағай-еҙнәләрен һуғышҡа оҙатып бөткәс, зәғиф, аҡһаҡ-туҡһаҡ һәм ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға ғына тороп ҡала. Әхиәрҙең атаһы Мөхәмәтте, оло йәштә булыуы арҡаһында, һуғышҡа алмайҙар. Өлкән еҙнәһе фронтҡа киткәс, апаһы өс балаһы менән күсеп ҡайта. Шулайтып, ғаиләлә 13 кеше булып китә.
1942 йылда атаһы бесәнгә Әхиәрҙе лә үҙе менән алды. Үҙе төндә “Комсомол” колхозы бригадаһының атын көтә, көндөҙ бесәнселәргә тырма, һәнәк, арба яһай. Өлгөрә алмағас, Әхиәргә йәш тайҙы өйрәтеп бирҙе лә, һигеҙ йәшлек малай шул тай менән өс косилканың запастағы туғыҙ атын төшкөһөн алмашҡа алып ҡайта ла, ваҡыты еткәндә, 15 бейәне килтерә (халыҡты аҫрау өсөн бригадаға 15 һауын бейә бирелгәйне). Көндәлек хеҙмәт хаҡы – тас кәбәк бер ҡуш ус һоло оно. Һауын бейәләрен килтергәс, ҡымыҙ туйғансы эләгә. Өйҙән картуф, май-ҡаймаҡ килә. Ҡыҫҡаһы, тамаҡҡа әллә ни зарланырлыҡ түгел.
Бесән тамамланғас, уҡыу мәлен түҙемһеҙлек менән көтөп алған малай 1-се класҡа уҡырға барҙы. Серле донъяға бөтә күңеле менән арбалып, уҡыу йылының үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Тағы бесән мәле етте. Был юлы эштең еллеһе эләкте: күбә тарттырыу. Киләһе йылына – ат менән тырматыу. Күгәүендәр көсәйә башлаһа, ат шырлыҡҡа ҡасып инә лә китә. Ышыртҡыла йөрөгәндәр һәм күбә яһаусылар атты туғарып, бер аҙ ял иттергәс, Әхиәрҙе кире ултыртып ебәрә. Шулай итеп, киске ысыҡҡа хәтлем йөрөргә кәрәк. Дуҫы, йәштәше Рим Имелбаев менән икеһен, аттары тыныс булыр, себенләмәҫ тип, ауыл янындағы Оҙонгүл туғайына ҡайтаралар.
Шул ваҡыттағы бер ваҡиға Әхиәрҙең хәтеренә мәңгелеккә уйылған. Рим менән, киске ысыҡ төшкәс тә, көн һайын аттарҙы туғайға утларға ебәрәләр, ә иртәнге ысыҡта барып алалар. Бер мәл барһалар, Әхиәрҙең аты утлап йөрөй, ә Римдеке – юҡ. Икәүләшеп бер атҡа атланып, икенсе атты эҙләргә сығалар. Үрҙәрәк ҡоҙғондарҙың тауышы ҡурҡыныс булып ишетелә. Күтәрелеп ҡараһалар, Римдең атының башы менән һөйәктәре генә ята, ә кәүҙәһен бүреләр ашап киткән! Рим, һикереп төшөп, атының башын ҡосаҡлап илауын Әхиәр олатай әле һаман да әсе күҙ йәше аша хәтерләй. Балаларҙың хөкүмәт малын да үҙҙәренекеләй күреп йөрәгенә яҡын ҡабул итеүе – шул осорҙоң яҡшы тәрбиә өлгөһөлөр ул.
Дәһшәтле, ғәрәсәтле һуғыш йылдары ла артта ҡала. 1949 йылдың авгусында бесәндә йөрөгәндә мәктәп директоры Әхиәргә “Тиҙ генә ҡайтып ет, документтарыңды Темәскә ебәрҙек” тигән яҙыу ебәрә. Әхиәр тиҙ генә эшен тапшырып, биш-алты малай менән Темәскә имтихан бирергә юллана. Әммә имтиханды Әхиәр генә тапшыра ала. Яңғыҙына ҡыйын булһа ла, ялан аяҡ уҡырға китә ул. Тырыш егет, ыҙалыҡ менән булһа ла, училищены уңышлы тамамлай.
Уға институтҡа йүнәлтмә бирелә. Әммә уҡырға барырға аҡсаһы ла, кейеме лә булмағас, Әхиәр эшкә төшөү ниәтенән район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә юллана. Мөдир Сәйет Ниәтшин: “Ике урын бар – Семеновск ауылында һәм “Йылайыр” совхозында. Ҡайһыһын һайлайһың?” — тип һорай. Егет, күп уйлап тормай, икенсеһенә күҙ төбәй. Сыҡһа, бер ҡарт машина менән тап шул тарафҡа барырға тора. Егет уға ултырып барып та төшә. Бабай үҙенә алып ҡайта. Улар өйҙәрен һалам да тиҙәк менән генә яғып йылыта икән. Әбей менән бабай Әхиәргә ата-әсә кеүек була. Ике сменала эшләһә, әбейе хатта ашарға һалып ебәрә.
Әхиәргә 3-сө класты бирәләр, шунан тыш өлкән кластарҙа химиянан, биологиянан уҡыта. Уҡытып та йөрөй, хәҙерге БДУ урынындағы Тимирязев исемендәге педагогия институтының химия-биология факультетында ситтән тороп уҡырға ла, хатта күптән күҙе төшөп йөрөгән Темәс педучилищеһында бергә уҡыған Түбә ҡыҙы Венера Бикмәтоваға өйләнергә лә өлгөрә. Венера Ниғәмәт ҡыҙына “Йылайыр” совхозында эш урыны булмағас, уҡытыусылар ғаиләһен Бетерә мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Ҡыҙҙары Нәфисә тыуа. Ике йыл эсендә өйлөк бура, ағас әҙерләп, мал-тыуарҙы ишәйтеп ятҡанда, мәктәптә, уҡыусылар һаны кәмеү сәбәпле, эш урындары ҡыҫҡара. Йылайыр мәктәбе директоры: “Миңә Исхаҡовты бирегеҙ!” — тип иртәгәһенә үк машина ебәреп алдырта.
Бында яңы мәктәп, интернат төҙөлгән. Әхиәр Мөхәмәт улына яңы йорт һалып бирергә вәғәҙә итеп, барактан бүлмә, һуңынан бәләкәй, етмәһә, һыуыҡ йорт бирәләр. Баракта йәшәгәндә Мирғәлим исемле улдары өс кенә айлыҡ сағында, ә йортҡа күскәс, икенсе улдары Ташбулат ун айлыҡ көйө һыуыҡ тейҙереп үлә. Ни тиклем ауырлыҡ, ғазап кисереүгә ҡарамаҫтан, уңған ғаилә бөтә көсөн хеҙмәткә бирә.
Әхиәр Мөхәмәт улы мәктәптә химия, биология, физик тәрбиә дәрестәрен алып бара. Тынғыһыҙ педагог пропагандист та, агитатор ҙа, мәғариф бүлегенең башланғыс кластар буйынса йәмәғәт инс­пекторы ла булырға өлгөрә. Мәктәп янында ҡуяндар, тауыҡ себештәре, өйрәк бәпкәләре көтәләр. 20 гектар ер алғас, шунда кукуруз да, картуф та, һоло ла сәсәләр, ауылды йәшелләндерәләр. Сталиндың ҡарары буйынса оло юл буйҙарына уҡыусылар менән ағас үҫентеләре ултырталар, һыу һибеп торалар. Кукуруздан юғары уңыш алып, бер уҡыусы – Фәймә Дәминдәрова Мәскәүгә ВДНХ-ға барып, мәктәпкә бүләк – “Беларусь” тракторы алып ҡайта. “Йылайыр” совхозынан Әхиәр ҙур ғорурлыҡ менән мәктәпкә тракторҙы үҙе йөрөтөп алып килә.
Тырыш егетте мәктәп директоры Өфө дәүләт нефть техник институты базаһындағы мәктәп-заводҡа ике айлыҡ курсҡа ебәрә. Унда Әхиәр ысын тормош мәктәбе үтә – тимер һуғырға, ағас йышырға, слесарлыҡ һөнәренә, трактор, мотоцикл, машина йөрөтөргә өйрәнә.
Бер аҙҙан Әхиәрҙе хеҙмәт дәресен уҡытыуға күсерәләр. Ул бөтә көсөн хеҙмәт тәрбиәһенә йүнәлтә: мәктәпкә 100 гектар ер алалар, совхоз комбайн бирә. Уҡыусыларҙы механизаторлыҡҡа уҡыталар, практика ла шунда уҡ үтә. Мәктәп ҡайһы бер совхоз биләмәләренә ҡарағанда юғарыраҡ уңыш ала башлай, игенде токка алып барып тапшыралар. Мәктәптең өс аты була. Әхиәр, бер атты егеп, Ишей аръяғындағы Ҡортүлгән ауылына барып, күпме таҡта кәрәк, шул хәтлем заказ бирә лә трактор менән тейәп алып ҡайта. Ҡыҫҡаһы, эштәр гөрләй. Быны күреп торған совхоз директоры Рәхимйән Яхин Әхиәрҙе идарасы, бик булмаһа, йәйләү бригадиры итеп эшкә саҡыра. Әммә ғүмерен мәктәптән тыш күҙ алдына ла килтерә алмаған Әхиәр баш тарта һәм шуның менән үҙенең матур йортта йәшәргә тигән яҡты хыялына кәртә ҡуя – уға инселәнгән йортто бирмәҫкә булалар. Ни эшләргә? Ҡыҙҙары Нәфисә былай ҙа һыуыҡ өйҙә йәшәп полиартрит менән ауырый, ике улын юғалтты. Артабан да былай барһа, матур киләсәк хаҡында хыял­ланаһы ла түгел. Ғәрлеге алҡымына ты­ғылған Әхиәр, алты йөк машинаһын яллап, бөтә донъяһын, мөлкәтен, һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡортон тейәп, таңғы сәғәт 5-тәрҙә ауылдан сығып китә...
Әхиәр, ҡайны-ҡәйнәһен аптыратып, кәләше менән ҡыҙын, бөтә донъяһын бушатта ла район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә юллана. Мөдир Рамаҙан Үтә­ғолов, Ниғәмәт мәктәбендә физика-математика уҡытыусыһына урын бар, тигәс, Үрнәккә сығып китә. Барһа, ҡатынына урын юҡ, перспектива ла күренмәй, тигәндәрен ишетеп, кире мәғариф бүлеге ишеген ҡаға. Беренсе Этҡол ауылында тарих һәм география уҡытыусылары урындары буш икән. Шулай итеп, Исхаҡовтар ғаиләһе тормошонда яңы бит асыла. Бер олатайҙың йәтеш кенә өйөнә урынлашалар. Мал өсөн һарай ҙа бар. Бындай ауыр кисерештәрҙән һуң ауырый башлаған Венера Ниғәмәт ҡыҙына түләүһеҙ отпуск юлларға тура килә.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен һәм уҡытмаһын, Әхиәр Исхаҡов һөнәренә күңел биреп, яратып башҡара. Был мәктәптә эшләгәндә ул уҡытыуҙың яңы ысулын индерә, йәғни уҡыусылар күберәк үҙаллы шөғөлләнә, әммә өйгә эш бирелмәй. Уҡыусыларға ла был форма оҡшап ҡала. Уның менән башҡа уҡытыусыларҙы ла таныштырыу маҡсатында ике тапҡыр төбәк, бер район асыҡ дәресе лә күрһәтергә тура килә. Ул саҡта элекке район хакимиәте башлығы Әкрәм Ниғмәтуллин 10-сы класта уҡый. Геология һәм минералогия министры Рәсих Хәмитов: “Әгәр беҙҙе Әхиәр Исхаҡов уҡытмаһа, министр дәрәжәһенә етмәҫ инем”, — тип әйтәсәк күпмелер ваҡыттан һуң. Ул ваҡытта белем алған уҡыу­сыларының күбеһе юғары урындарҙа эшләй икән, бында Әхиәр Мөхәмәт улының да өлөшө ҙур.
Әхиәр Исхаҡовтың тағы бер үҙенсәлеге – ул һәр ваҡыт үҙенең һәм уҡыусы­ларының физик формаһына ҙур иғтибар бүлә. Училищела уҡыған сағында ул үҙе лә чемпион була. Хатта милли көрәштә лә бил быуырға баҙнат итә.
...Һабантуй. Көрәш сәмле бара. Бына финалға Бөйөк Ватан һуғышы, аяғы урынында протез булған Фитрат ағай Хисмәтуллин, бәһлеүәндәй Һатыбал Ҡасҡынов атлы егет һәм Әхиәр сыға. Әхиәр эстән генә кәүҙәгә күпкә ҡайты­шыраҡ Фитрат ағайҙы йәлләй, шуға күрә ул алдан Һатыбалға ҡаршы сыға. Ғәйрәтләнеп барып теге “айыу”ҙы еңгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Тап ошо мәлдә Әхиәрҙең апаһы Латифа Азаматова килеп: “Баймаҡҡа БДУ-нан имтихан алырға килгәндәр. Бар, йүгер!” — тип шыбырлай. Майҙанға Фитрат ағай менән Әхиәрҙе сығаралар. Бөтәһе лә айыуҙы еңгән кеше ветеранды тәкмәсләтә лә ҡуя инде, тип хәүефләнеп торған арала Әхиәр Фитрат ағайҙың уң ҡулын тотоп өҫкә күтәрә лә: “Бөгөнгө көрәштең еңеүсеһе – Фитрат ағай. Беренсе урын уға була!” — тиеүе була, барыһы ла “аһ!” итеп ҡала. Бер аҙҙан шау-шыу ҡуба: илашҡан кеше ҡайҙа, сәпәкәйләгәне! Бигерәк тә ветерандың балалары ихлас ҡыуана.
Ә Әхиәр, тиҙ генә машинаға ултырып, Баймаҡҡа елдерә. Имтиханды уңышлы тапшыра, уны көндөҙгө бүлеккә уҡырға алалар. Әммә ғаилә алдында тағы бер һынау – дүрт йылға айырылыу. Әхиәр тарих факультетында белем ала, ә һөйөклө ҡатыны Венера, тәүҙә Темәс интернатында, һуңыраҡ, Баймаҡта интернат асылыу менән, шунда эшкә урынлаша. Ҡыҙҙары Нәфисә “Йәшел сауҡалыҡ” шифа­ха­наһының мәктәбендә уҡый. Каникулдарҙа уны атаһы самолетҡа ултыртып ебәрә, Баймаҡтан ҡаршы алалар. Әхиәр практиканы интернатта үтә.
Уҡыған саҡта ла Әхиәр ойоштороусы һәләтен ҡуймай – бында ул факультеттың профком ағзаһы, торлаҡ-көнкүреш секторы етәксеһе була. Йәғни “блатной” эш – студенттарҙы урынлаштырыу мәшәҡәте – уның елкәһендә. Ошо ваҡытта ул ситтән тороп уҡыусы байтаҡ яҡташтарға урын менән ярҙам итә, үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ул саҡта беренсе ятаҡты “Баймаҡ ятағы” тип йөрөтәләр. Яҡташтар берлеге менән һабантуйҙар, осрашыуҙар үткәрәләр. Әхиәр бында ла спортты ташламай – иртән тороп йүгереүҙе ғәҙәт итеп ала. Уға курсташтары ла эйәрә. Әхиәр йүгереү менән генә сикләнеп ҡалмай, уларҙан гер күтәртә, һыуыҡ душта ҡойондорта. Араһында Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов та (ул һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры итеп тәғәйенләнә) була.
Филологтар менән бер ятаҡта йәшәйҙәр. Шағирҙар Риф Тойғон, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Сафуан Әлибаев, Әхиәрҙең ике туған ҡустыһы Фәтих Исхаҡов менән бер бүлмәлә көн күрәләр. Әхиәрҙең дуҫтары – тарих фәндәре докторҙары Марат Ҡолшәрипов, Дияс Йәндүрин, Әнүәр Әсфәндиәров аралашып йәшәйҙәр. Әнүәр ағайҙың ҡатыны Клара Әхиәр менән бер партала ултырып белем ала. Диҡҡәт Бураҡаевтың ҡатыны Мәрйәм Бураҡаева ла бергә уҡый.
Университетта ДОСААФ-тың филиалы урынлашҡан. Шунда “ИЖ-49” мотоциклын йөрөтөргә өйрәтеүҙе Әхиәр Исхаҡов алып бара. Ауылдаштарын, дуҫ-иштәрен ул мотоциклда йөрөргә өйрәтә. Яҡташтар, дуҫ-иштәр үтә ныҡ татыу була.
36 һум стипендия етмәй башлаһа, дуҫтар пароход бушатырға сыға. Айына бер-ике тапҡыр йөк бушатып алһалар, ул аҡса йәшәүгә лә, киноға барыуға ла етеп ҡала.
Уҡыу йылдарын файҙалы һәм йөкмәткеле итеп үткәргән Әхиәр 1967 йылда, ниһайәт, диплом яҡлай. Баһалар ҙа “бишле” генә. Етәксеһе Ирек Аҡманов уны үҙенең янында тарих буйынса ассистент булып ҡалырға өгөтләй, әммә ғаиләле кеше иң тәүҙә яҡындарын ҡайғыртып, баш тарта.
Бер мәл уны мәғариф министрының урынбаҫары Хәсән Яубаҫаров саҡыртыуын хәбәр итәләр. Барһа, Йылайыр мәктәбенең тынлы оркестры республика слетына килә икән. “Бөгөндән һин район хакимиәтенең мәғариф бүлеге инспекторы. Райондаштарыңды ҡаршы алаһың, штаб менән бәйләнеш булдыраһың”, — тиҙәр. Әхиәр: “Рәхмәт, үтәрмен”, — ти һәм, шулай итеп, яңы вазифаға баҫа. Слетҡа ҡасандыр Йылайырҙа үҙе уҡытып киткән уҡыусылар килгән. Уны күреп барыһы ла ҡыуана. Слет үткәс, ул инспектор сифатында мәғариф бүлегенә эшкә килә, унда ике-өс йыл эшләй. Бынан тыш, БДУ-ла ситтән тороп уҡыусыларҙың уҡытыу-консультация пункты мөдире була. Йылына бер нисә тапҡыр Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ райондарының БДУ-ла ситтән тороп уҡыусыларын йыя, ә университет уҡытыусылары Баймаҡҡа килеп имтихан ала. Әхиәр шулай уҡ ҡала балаларын балалар баҡсаһына урынлаштырыу буйынса рәйес вазифаһын үтәргә лә өлгөрә.
Эшләп йөрөгәндә бер мәл район советының башҡарма рәйесе Хажим Кашанов үҙенә саҡырта. Барып инһә, кабинетында секретарь, методика кабинеты мөдире Ольга Ниғмәтуллина, ер эштәре менән шөғөлләнеүсе Собханғол Бикҡолов ултыра. Хажим Шаһи улы: “Бына һеҙгә задание: Башҡортостандың физик картаһынан Баймаҡ эргәһендә машина менерлек тауҙы табығыҙ! Шунан ҡайһы тауға вышка ҡуйһаң, Стәрлетамаҡтағы телевышка менән бәйләнеште тоташтырып була икән?” — ти ҙә өс көн ваҡыт бирә. Өс көн эсендә улар схеманы яһап бирә. Район советының башҡарма комитеты рәйесе рәхмәттәр әйтә, кәрәк саҡта машинаһын, шәп туратын да биреп ебәрә. Район хакимиәте мәғариф бүлегенең ерән аттан башҡа техникаһы булмай, шуға күрә инспектор тикшереүҙәренә уның биргән машинаһы менән тураты ярап ҡала.
1969 йылдың декабрендә 58-се һөнәрселек училищеһының директоры Шәһит Мансуров Әхиәр Исхаҡовты йәмәғәтселек дисциплинаһы уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыра. Бында бер йыл эшләп өлгөрмәй, Әхиәрҙе директорҙың уҡытыу-производство эше буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр. Бер мәл уны проф­техучилищеларҙың етәксе хеҙмәткәрҙәрен Ленинград (хәҙер — Санкт-Петербург) квалификацияны камиллаштырыу буйынса Бөтә Союз институтына ике айлыҡ курсҡа уҡырға ебәрәләр. Тырышып уҡып, “бишле”ләр генә алып ҡайтҡан Әхиәр, ауылдан ғына сыҡһа ла, юғары баһаларға лайыҡ булыуына, берҙән, ғорурланһа, икенсенән, үҙҙәрендә уҡытыуҙың техник саралары юҡлығына, сифаттың түбәнлегенә ғәрләнеп ҡайта. Мәҫәлән, тегендә практика ваҡытында бер тунды ике минутта тегеп сығаралар, ә беҙҙекеләр уны айҙар буйы тегә. Шунда теккән тунын ул кәләше Венераға алып ҡайтып бүләк итә.
Әхиәр, Ленинградтан ҡанатланып ҡайтып, училищены техник саралар менән байытыуға бар көсөн һала. Информатика, математика уҡытыусыһы булып килгән, яңы институт бөтөп ҡайтҡан Рәмил Ҡужабәков исемле егетте өйрәтеп, районда иң беренсе булып информатика кабинеты булдыралар (Һуңынан Рәмил Фәйзулла улы РФ Президенты Грантына лайыҡ була, Сорос премияһы лауреаты тип таныла. Ул, бар белгәндәрен ҡулланып, Беренсе Этҡолда Башҡорт республика компьютер лицейына нигеҙ һалыуға күп көс түгә, уның алдынғы белгестәренең береһе була). Уларға 105-се һөнәрселек училищеһының физика-математика уҡытыусыһы Гөлсөм Үтәбаева ла ныҡ ярҙам итә. Бына бер мәл ҡала һәм район мәктәптәре уларҙың информатика кабинетын ҡарарға тип экскурсияға күпләп килә башлайҙар. Эш ваҡытында бүлдермәһендәр өсөн уларға экскурсия графигы яһап ҡуйыла.
1980 йыл. “Мәктәп алты ай етәксеһеҙ тора”, — тип Әхиәр Исхаҡовты Ишмырҙа мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Ул, әлбиттә, ундағы шарттарҙы алдан белгән булһа, бында һыңар аяғы менән дә баҫмаҫ ине, сөнки Разия Ирназарова директор булған саҡта мәктәп районда бик күренекле һанала. Завуч Рәйсә Рәх­мәтуллина – орденлы педагог. Бер нисә тапҡыр инспектор тикшереүендә булып, Әхиәрҙең ул мәктәп тураһында фекере яҡшы була. Әммә килеүенә... Уҡы­тыусылар етмәй, сейф тулы хеҙмәт тәртибен боҙған педагогтарҙың аңлат­малары, ремонт кәрәк... Ике туған ҡәрендәшендә фатирға төшкән Әхиәр эште уҡытыусылар менән тулылан­дырыуҙан башлай. Хәйривара Хәсәновты, Фәрит Солтановты, Әмир Исҡужинды, Баязит Нурдәүләтовтарҙы саҡырып, яңы коллектив туплап ала. Металлолом тапшырып, иҫәптән сығарылған йөк машинаһы алып ҡайтып йүнәтәләр. Тағы ла металлолом тапшырыу шарты менән өҫтәп ике иҫке машина алып, өсәүҙән бер машина сығарып, ҡалған тимер-томорҙо металлоломға тапшырып, бурыстан ҡотолоп ҡуялар.
Тиҙҙән йылытыу миҙгеле башлана, ә мәктәптең ҡаҙанлығы боҙоҡ. Баймаҡта мейес сығарыусы Максим бабай менән танышып, шуны Әхиәр үҙенең “Урал” мотоциклы менән көн һайын алып килеп мейес сығарттыра. Мейес ныҡ шәп килеп сыға – яғып ҡараһалар, хет кәпәсеңде ҡуй – һөйрәп һауаға осорорлоҡ итеп эшләп ала ла китә.
Колхозда бер сәғәт эшләһә лә, уҡыусыға эш хаҡы түләнергә тейеш. Был эш менән производствоға өйрәтеү уҡытыусыһы Миҙхәт Исҡужин (колхоздың элекке агрономы) шөғөлләнә. Картуф, сөгөлдөр утаған, һыйыр һауған өсөн аҡса түләнә башлай. Шулай итеп, мәктәп фонды байый бара, эштәр ҙә алға тәгәрәй. Шул аҡсанан Баймаҡта район элемтә үҙәгендә эшләүсе оҫта инженер, районда техника буйынса яҡшы белгес Мәхмүт Иҙелбаев менән танышып алып, инглиз теле буйынса ра­йонда тәүге лингофон кабинетын эшләтеп ала. Сит телдәр уҡытыусыһы Хәҙисә Ҡотлоғужинаның шатлығының сиге булмай. Уларға кабинетты ҡарарға теләүселәр ағыла башлай. Кабинетты ҡараусылар һаны ла, мәктәптең һәм кабинетты эшләгән инженер Мәхмүт Иҙелбаевтың даны ла арта.
Бер аҙҙан Әхиәр Исхаҡов 8-се класс уҡыусыларын Волгоградҡа Мамаев ҡурғанын ҡарарға ебәрә. Был да фонд аҡсаһына эшләнә. Уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең ҡыуанысының сиге булмай. Мәктәптә оҫтахана, интернат, спорт залын ремонтлайҙар. Уҡытыусыларға дәрес етмәй башлағас, 9-10-сы класты уҡымағандар өсөн киске мәктәп асып ебәрәләр.
Район смотрҙарында ҡатнашыу өсөн ике баян, биш гармун, ун мандолина һатып алалар. Ҡапыл бындайҙы көтмәгән ҡайһы берәүҙәр: “Был директор әллә аҡылдан яҙҙымы икән?” — тип бот саба. Үҙешмәкәр ансамблдәр дәртле генә эшләп киткәс, мәктәпкә спорт ҡорамалы алына. Ҡыҫҡаһы, Әхиәр Исхаҡов үҙе эшләгән йылдарҙа мәктәпте аяҡҡа баҫтырып ҡына ҡалмай, районда юғары кимәлгә күтәрә. Әммә был ғына етмәй. Тынғыһыҙ педагог “республикаға тракторҙар килгән” тип ишетеп ҡала ла, йыйылған аҡсаны күсертеп, Өфөгә юллана. Районда ғына түгел, республикала ла тәүге булып “Портфелле трактор” тип йөрөтөлгән (яғыулыҡ бактары ҡабырғала тора) “ДТ-75” тракторын мәктәпкә алып ҡайта.
Бының тарихы ла ҡыҙыҡ килеп сыға. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге дүрт йыл мәктәптә химия, физика дәрестәрендә тәжрибәләр үткәреү өсөн спиртын алмаған. Спиртты алырға тип барһалар, уны сығарыу өсөн махсус машина кәрәк икән, вахтанан сығармайҙар. Телгә бөткән Әхиәр Мөхәмәт улы склад мөдирен ғаиләһе менән Баймаҡ ял йортона ҡунаҡҡа саҡыра. Ул ҡыуанысынан төшкө аш мәлендә – бөтәһе лә ҡайтып бөткәс кенә — килеп алырға тәҡдим итә. Ял мәле еткәс, дүрт–биш феләк спиртты тейәп, төрлө ауырлыҡтарға тарый-тарый тракторға ултырып ҡайтып төшә.
Трактор булды. Хәҙер эшкәртергә ер кәрәк. 50 гектар ер майҙаны алалар. Уҡыусыларҙың йәйге лагерын ойоштороу эше башлана. Колхоздың автобусында йөрөтәләр. Тик һыу мәсьәләһе хөрт – эсәр һыуҙы санэпидемстанциянан үткәрмәй ҙә ҡуялар. Саҡ үткәрттереп, бәләкәй булһа ла стан, ашхана яһап, тәүге аҙымды башлап ебәрәләр. Үҙҙәренең техникаһы менән сәсеп, уңыш йыйып ала башлайҙар. Уҡыусылар тырышып эшләй. Барыһы ла ыңғай бара кеүек, әммә бер уҡыусы дәрескә йөрөмәй ҡаҡшата. Эргәлә төҙөүсе әрмәндәрҙең вагончигына инеп ризыҡтарын урлай икән. Йүнләп уҡый-яҙа белмәһә лә, үҙе рәсем төшөрөргә әүәҫ. Әхиәр Мөхәмәт улы уны үҙ тәрбиәһенә ала. Баймаҡҡа һөнәрселек училищеһына урынлаштырғас, теге бала уҡый башлай.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге тарафынан директорҙарға үҙ эштәре менән шөғөлләнеү өсөн кесе йома көндәре бирелә. Шул көндәрҙә Әхиәр тик ятмай – колхозға эшкә сыға. Таңғы 5-тә мал-тыуарҙы тикшереп сыға, контроль һауын үткәрә. Шуныһы ҡыҙыҡ: башҡа көндә һауынсыларҙың һөтө аҙ, ә кесе йомала артыҡ килә лә сыға (моғайын, урлаусылар ҙа булғандыр инде). Әхиәр кискә тиклем колхозда йөрөй ҙә йома көнө иртәнсәк оперативкала сығыш яһай. Урып йыйыу ваҡыты етһә, ысыҡтан-ысыҡҡа тиклем баҫыуҙа эшләй. Бының өсөн колхоз рәйесе махсус үҙенең машинаһын биреп ҡуя. Илке-һалҡы эшләүселәр менән бәхәсләшеп, уларҙы еренә еткереп эшләргә өйрәтә Әхиәр Исхаҡов.
Бер йыл Ишмырҙала эшләү дәүерендә ошо тиклем эш башҡарып, колхозға кадрҙар әҙерләү бурысын үҙ өҫтөнә ала, йәйге лагерҙа уҡыусылар сөгөлдөр утай, баҡсала көс түгә. Ҡыҙҙар, Ишбирҙе йәйләүенә йөрөп, һыйыр һауырға өйрәнә. Ҡыҫҡаһы, балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеү эше яйға һалына. Сал сәсле уҙаман ҡорона баҫҡас: “Шул осорҙа мәғариф бүлегенән йәки район советынан, исмаһам, бер кеше килеп, эшемде ҡарап, “Ниндәй ярҙам кәрәк?” тип һораһасы!” — тип аптырап та, үпкәләп тә иҫләрмен, тип бер ҙә уйламай Әхиәр.
Артабан тормош юлдары, төрлө сәбәптәр уны ҡабат Баймаҡҡа алып килә. Ул көнкүреш йортонда баш инженер булып эшләй башлай. Бында ул районда комп­лекслы 33 ҡабул итеү пункттары аса. “Көнкүреш йорто” кеүек үк, был пункттар ҙа тегеү цехы, бөҙрәхана кеүек башҡа төр хеҙмәт күрһәтеү үҙәгенә әйләнә. Хатта мебель, быйма ла һатып алырға мөмкин була.
Тауар ташып еткереү өсөн Әхиәрҙең Көнкүреш хеҙмәтләндереү министрлығына юлы йышая, хатта министр Наил Ҡотошевҡа сиратһыҙ үтә, складтан тауарҙы үҙе һайлап ҡына алып ҡайта. Райкомдың икенсе секретары Дмитрий Васильевич менән Ҡаҙағстандан әллә нисә тапҡыр ит, йөн алып ҡайталар. Әхиәрҙе диспетчер итеп күсерәләр. Бында ла ул хеҙмәткә бөтә күңелен биреп эшләй. “Көнкүреш йортона сәғәт мастерҙарын табып алып килә: Хөрмәт һәм Ғаяз Хәйбуллиндарҙы Ейәнсура районынан саҡырып ала. Улар менән Ейәнсураға барған сағында таныша. Был хәл былай була: Ейәнсура буйлап быйманы йөнгә алмаштырғанда танышып, машиналарҙы уларҙың урамында ҡалдырып, үҙҙәре Хәйбуллиндарҙа ҡунаҡ булалар. Иртәгәһенә артабан быйманы йөнгә алмаштырырға сыҡҡас, милиция хеҙмәткәрҙәре өс машинаны бикләй ҙә ҡуя. Әхиәр начальниктарына инә. Баҡһаң, начальник Темәс егете булып сыға. Яҡташ булғас, милиция начальнигы: “Халыҡҡа быйма кәрәк, беҙҙә йөн күп, әйҙә алығыҙ!” — тип рөхсәт бирә. Шулай итеп, бик уңышлы йөрөп ҡайталар. Ана шунан ҡалған танышлыҡ Хәйбуллиндарҙың юлын Баймаҡҡа килтерә лә инде.
Әхиәрҙе ғүмер юлы тағы ла училище менән бәйләй – ул 39-сы техник училище хеҙмәткәре булып күсә. Бында ул училищены өлгөлө уҡыу йорто итеү өсөн тырыша. Күпте күргән хеҙмәткәр Түбә теген фабрикаһында бер йыллыҡ уҡыу төркөмө аса. Унда ул ваҡытта директоры Салауат Халиҡов була. Ул уҡытыусыларын да таба һәм шунда уҡыталар. Уҡыусылар шунда уҡ практика үтә, эшкә лә шунда ҡалалар. Сит ауылдарҙан килгәндәргә ятаҡтан урын бирелә. Ошондай уҡ төркөмдө Сибай һәм Учалы теген фабрикаһы, хатта Учалы төҙөлөш училищеһы (директоры Әбделхәй Агил улы Мәсәлимов) өсөн асырға насип була. Уҡыуҙар һәйбәт бара, хатта икешәр төркөм асырға тура килә. Эш тә гөрләй. Сығарылыш уҡыусылары Сорғотта практика үтеп, аҡсаны һыҙырып алған саҡтар ҙа була. Әммә төркөмдәр күбәйеп, йыш йөрөү ҡыйын була башлағас, Учалы төҙөлөш техникумындағы төркөмдө үҙҙәренә биреп, уның урынына техникум баймаҡтарҙы үҙҙәре ҡулланмаған шкафтар, ҙур көҙгөләр, һыуытҡыстар менән байыта. “Баймаҡ машзаводы” ҡаршыһындағы, 2-се мәктәп янындағы ҡыҙҙар ятаҡтары шул мөлкәт менән “ялт” итеп ҡалала хан һарайына әйләнә.
Бер ваҡыт директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Вилүр Рәхимғолов 30-ға яҡын үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр менән Өфө телеви­дениеһына барып, концерт ҡуйып ҡайта. Ул ваҡытта телевидениеның ныҡ ҡәҙерле сағы. Концертты халыҡ яратып ҡабул итә. Улар бер нисә тапҡыр шулай Өфө телевидениеһын шаулатып алалар.
Дәртләнеп училищела эшләп йөрө­гәндә, Әхиәрҙең бер туған ҡәйнеше Ирек Бикмәтовты “Таналыҡ” колхозынан Салауат исемендәге колхоз рәйесе итеп күсерәләр. Батшалар йортондай өйө буш тороп ҡала. Әхиәр, оҙаҡ уйлап тормай, ғаиләһе менән Мерәҫ ауылына күсеп китә. Бында ул дәүләт страховкалауы буйынса агент булып эшкә төшә. Ауыр эшкә күнеккән кешегә моңмо ни – ул ваҡытта халыҡтың да күпләп страховкаланған ваҡыты – гөрләтеп эшләй һәм ошо эшенән ул хаҡлы ялға сыға. Әммә бот күтәреп ятып өйрәнмәгән Әхиәр, Баймаҡҡа ҡайтып, судта халыҡ заседателе булып йөрөй башлай. Аҙаҡ, мировой суд бүленгәс, ул төнгө ҡарауылсы булып бер аҙ эшләгәс, хеҙмәт юлына нөктә ҡуя.
Артабан бер ҡайғыһыҙ пенсия ашап тик ятҡандыр инде, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул! Әхиәр Исхаҡов ундайҙарҙан түгел. Ул мәсеткә йөрөй, аяттар өйрәнә. Үҙәк район китапханаһы янында “Атайсал” ҡорон булдырып, унда ихлас ҡатнаша, үҙе етәксеһе лә булып эшләп ала. Бында эшләгән сағында оҙаҡ йылдар район мәктәптәрендә “Иман нуры” конкурстарын үткәреүгә күп көсөн түгә.
Ҡыҫҡаһы, һигеҙ йәштән хеҙмәт юлын башлаған Әхиәр ғүмере буйы йәшәү йәмен эштә күрә. “Хеҙмәт бер ваҡытта ла кешене ас та, яланғас та итмәй. Һәр шәхесте – хатта бәләкәс кенә баланы ла – эшкә өйрәтергә кәрәк. Йәш ярымлыҡ бәпес өсөн ҡул биреп һаулыҡ һорашыу ҙа – ҙур хеҙмәт ул”, — ти бөгөн туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Әхиәр олатай.
Ул — төп һөнәре буйынса педагог. Был юлды һайлауына һис тә үкенмәй. Урам буйлап китеп барғанда, ҡаршыға осраған дүрт кешенең береһе уның уҡыусыһы булып сыға һәм оло хөрмәт менән һаулыҡ һорашып, хәлен белә икән, был үҙе үк оло бәхет түгелме? Яҙмыш ҡушыуы буйынса үҙе һыҙған юлдан тайпылырға ла тура килә. Әммә, ҡайҙа, ниндәй генә вазифала эшләмәһен, коллективта ул һәр ваҡыт үҙ кеше, абруйлы була. Уның бөгөнгө йәштәргә теләге ошолай: “Теләк булһа, хеҙмәттән ҡурҡмаһаң, эште бөтә ерҙә лә табырға була. Бөгөнгө тыныс, матур, етеш тормошта эш юҡ тип ҡыл да ҡыбырлатмай ятыу енәйәткә тиң!”
Әхиәр Исхаков атлы мәғариф һәм хеҙмәт ветераны тураһындағы һүрәт­ләмәмде уның һүҙҙәре менән тамамлағым килә: “Шундай награда бар – халыҡ һөйөүе!” — ти ул.


Вернуться назад