Торлаҡҡа аҡса һалам тиһәң...29.08.2017
Күсемһеҙ милек баҙары эксперттары, аҡса һалыу һәм килем алыу өсөн фатир йәки йорт алыу мәсьәләһе ил халҡы өсөн ике-өс йылдан ғына ҡайтанан әһәмиәтлегә әүереләсәк, тип фаразлай. Әлегә йәшәргә урыны булмағандарға ғына торлаҡ алыу отошло, сөнки ипотека буйынса ставкалар ҙа түбәнәйеүен дауам итә.
– Рәсәйҙә күсемһеҙ милек һәр саҡ инвестиция һалыу өсөн отошло объект булды. Ҙур ҡалаларҙа уға хаҡ йылдан-йыл үҫә барҙы, шуға күрә артыҡ аҡсаһы булғандар, оҙаҡ уйлап тормайынса, уны квадрат метрҙарға һалды. Инвесторҙар актив хаҡына иғтибар итмәне лә тиерлек, сөнки ике-өс йылдан был хаҡтың мотлаҡ икеләтә артасағын белә ине, – тип хәтерләй “IRN.RU күсемһеҙ милек баҙары индикаторҙары” аналитика үҙәге етәксеһе Олег Репченко.
2014 йылда һум девальвацияһынан ҡото осҡан халыҡтың Мәскәүҙәге йорттарҙың тотош ҡаттарын һатып алыуы күптәрҙең хәтерендәлер, әммә улар отолдо: күсемһеҙ милеккә хаҡ төштө. Һуңғы ике йылда торлаҡтың һумда иҫәпләнгән хаҡы 20 процент самаһына арзанайҙы.
– Хаҡтың иң түбән кимәленә етмәгән әле, шуға ла әле квадрат метрҙарға спекулятив инвестиция һалыу әлегә мәғәнәһеҙ, – тигән фекерҙә Репченко. – Ҡуртымға биреү өсөн фатир һатып алыу ҙа шәп идея түгел, сөнки ҡуртым өсөн алынған торлаҡтың килемлелеге, банк депозиты менән сағыштырғанда, байтаҡҡа түбән.
Белгестәрҙең фекеренсә, яҡын арала күсемһеҙ милеккә хаҡтың көрсөккә тиклемге темп менән үҫеүе көтөлмәй. Девелоперҙар араһында даими арта барған конкурентлыҡ, иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, хаҡтың артыуын тотҡарлаясаҡ. Иҡтисадты тергеҙеп, ике-өс йыл үтеүгә, инвестиция шарттарының яҡшырыуына, һөҙөмтәлә хаҡтың да бер аҙ артыуына иҫәп тоторға булалыр.
Әммә башҡа фараздар ҙа бар. Мәҫәлән, “ВекторСтройФинанс” компаниялар төркөмөнөң идарасы партнеры Андрей Колочинский, торлаҡҡа инвестиция һалыу һәр саҡ актуаль, тик объектты дөрөҫ һайларға һәм маҡсаттарыңды аныҡ билдәләргә кәрәк, тигән фекерҙә. Уның әйтеүенсә, бөгөн Мәскәүҙә хаҡтың яҡшы динамикаһына эйә булған яңы торлаҡ комплекстары бар, уларҙан фатир һатып алып, һуңыраҡ һатып ебәреү табышлы булыуы ихтимал.
Әле баҙарҙа торлаҡ һатып алыуға һорау комплекстарға ҡарап айырыла, иң ҙур ихтыяж, әлбиттә, ликвид объекттарҙа тупланған. Был девелоперҙарға ҡәтғи конкурентлыҡ шарттарында ла хаҡты әүҙем арттырыу мөмкинлеген бирә. Тимәк, инвесторҙар аҡса эшләй ала. Күпселек осраҡта күмәк сегментта, һирәк булһа ла бизнес-класта бер йыл эсендә 15-18 процентҡа ҡиммәтләнгән торлаҡ комплекстары бар. Ундайҙарға, нигеҙҙә, хаҡы ла, урынлашҡан ере лә, инфраструктураһы ла ҡулай объекттар инә. Ләкин тәҡдимдәр күп, шуға күрә күңелегеҙгә оҡшағанын һайлап алыу өсөн байтаҡ комплекстарҙы ҡарап сығырға тура килер.


Вернуться назад