Тиҙ йөрөшлө трамвай – ысынбарлыҡмы?29.08.2017
Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай эшләү тураһында имеш-мимеш күптән йөрөй. Ҡала хакимиәте заказы буйынса Дәүләт циркы – Блюхер урамы – Трамвай урамы маршруты буйынса тиҙ йөрөшлө трамвайҙың беренсе сираты проекты 2013 йылда уҡ төҙөлә. Трассаның оҙонлоғо 4,9 саҡрым буласаҡ, шуның 3,7 километры ерҙән һәм 1,1 километры эстакаданан үтәсәк тип күҙаллана.
Юлдың аҙағында, Октябрь проспекты аҫтында линияны Чудинов урамынан Трамвай урамына сығар­ған 72 метрлыҡ тоннель төҙөү ҡаралған. Баш ҡалабыҙҙа тиҙ йөрөшлө трамвайҙың планлаш­тырылған маршруты биш туҡталыш­ты үҙ эсенә алан. Проект тормошҡа ашырылған осраҡта төҙөлөш ике йыл элек үк тамамланырға тейеш була, әммә эш план менән генә сикләнеп ҡалды. Дүрт йыл элек тиҙ йөрөшлө трамвай идеяһы күп шау-шыу һәм трассаға яҡын йәшәгән­дәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны. Юл һалыу өсөн ағастарҙы киҫеү ҙә “утҡа май һибеүгә” тиң булды. “Гринпис” ағзалары ҡаршы сыҡты. Ахыр сиктә эш туҡталды, тиҙ йөрөшлө трамвай хаҡында онотоп торҙолар. Ваҡыт үтеү менән был турала тағы ла һүҙ ҡуҙғаттылар.
Белгестәр әүәлерәк билдәләүенсә, метронан айырмалы рәүештә, ер өҫтөндәге еңел рельслы транспортты, йәғни тиҙ йөрөшлө трамвайҙы, сафҡа индереү ярайһы уҡ арзанға төшә.
2013 йылда ошо күләмле һәм социаль әһәмиәтле инвестиция проек­ты­ның хаҡы 1,5-2 миллиард һум күләмендә баһалана. Әле иһә тиҙ йөрөшлө трамвай системаһы ярайһы уҡ ҡиммәтләнгән – алты-ете миллиард һумға етә.
– Бөгөн проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерәбеҙ. Ошо көндәрҙә кәңәшмә йыйып, Өфө өсөн ҡулай моделдәрҙе ҡарарға ниәтләй­беҙ. Йыл аҙағына тиклем өс тәҡдим әҙерләп, республика етәксе­легенә раҫлауға тапшыра­саҡбыҙ. Артабан ҡабул ителгән ҡарарҙар нигеҙендә эште дауам итәсәкбеҙ, – тине күптән түгел Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән Тимур Мөхәмәтйәнов.
“Тиҙ йөрөшлө трамвай” кеүек проектты тормошҡа ашырыуға ситтән аҡса йәлеп итеү кәрәклеге яҡшы аңлашыла, сөнки бер генә бюджет та ете миллиард һумлыҡ сығымды күтәрә алмаясаҡ. Шуға күрә респуб­ликаның Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты әле Рәсәйҙең туранан-тура инвестициялар фондына, Дәүләт транспорт лизинг компанияһына, шулай уҡ сит ил инвестицияларына сығыу мөмкинлеген эҙләй.
– Атап әйткәндә, ғәрәп илдәренең, тәү сиратта Катарҙың инвестиция фондтары тураһында һүҙ бара, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов. – Идеялар ҙа, күрһәтмәләр ҙә бар, уларҙы ғәмәлгә ашырыу юлдарын тикше­рәбеҙ.


Вернуться назад