Башҡорт һылыуы һынатманы29.08.2017
Башҡорт һылыуы һынатманыЧебоксар ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Мисс туризм России” конкурсы тамамланды. Унда 30 төбәк һылыуҙары ҡатнашты.
16 йәшлек башҡорт һылыуы Рената Нәҙершина “Иң яҡшы милли костюм һәм үҙ төбәгең менән таныштырыу” этабында еңеүсе тип иғлан ителде. Ҡыҙ сәхнәгә башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицынаның костюмында сыҡты.
Рената Нәҙершина – “Берҙәмлек” лицейы уҡыусыһы, “Мисс Башҡорт­остан-2017” республика матурлыҡ конкурсы финалсыһы, “Мини-мисс Өфө” конкурсында еңеүсе.
Конкурста буйы 172 сантиметрҙан кәм булмаған 16 - 24 йәштәге ҡыҙҙар ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла иле­беҙ ҡалаларында һәм төбәктәрендә уҙғарылған матурлыҡ конкурсында еңеү яулаған. Конкурстың ойошто­роусыһы – “Volga Models” модель агентлығы.


Вернуться назад