Уңай яҡтары күп25.08.2017
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын электрон вариантта биреү ысулы йәмғиәттә нығынып китеү менән, граждандарҙың күпселеге тап шуға өҫтөнлөк бирәсәк.
Был яңылыҡ табиптарҙың эшен еңеләйтергә тейеш, ә пациенттар документ юллауҙың бар этаптарын, пособие нисек иҫәпләнгәнен һәм түләнгәнен белеп торасаҡ. Әммә әлегә күптәр был хеҙмәтләндереү төрө хаҡында хәбәрҙар түгел.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ҙур ҡалаларҙа һәр бишенсе кеше “больничный” юллаған, әммә уның нисек түләнгәнен уларҙың яртыһы ғына белә. Ә граждандарҙың 14 проценты быны бик яҡшы төшөнө, хатта бухгалтерия күсергән аҡсаны ҡабаттан иҫәпләп ҡарай. Һорау алынғандарҙың ике проценты был хаҡта уйлап та бирмәй, 32 проценты нисек иҫәпләнгәнен бөтөнләй белмәй, әммә белергә теләр ине.
Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса хеҙмәткәргә күпме түләнергә тейеш булғанлығы түбәндәгесә иҫәпләнә. Бының өсөн һуңғы ике йылдағы эш хаҡының дөйөм суммаһын 730-ға йәки 731-гә бүлергә кәрәк (ике йылдағы көндәр һаны). Килеп сыҡҡан сумманы сирләгән көндәргә ҡабатлайбыҙ. Шулай уҡ ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие һанағанда хеҙмәткәрҙең хеҙмәт стажы ла иҫәпкә алына (алты айға тиклем булһа, эш хаҡының минималь күләме буйынса иҫәпләнә; өс-биш йыл эшләгәндә – 60 процент, алты-һигеҙ йылға – 80 процент; 8 йылдан күберәк эшләһә, 100 процент түләнә).


Вернуться назад