Урман яна башланы12.04.2012
Янғындар йәйге селләне көтөп тормаған – Себер урмандары яна, ут 3 мең гектар самаһы майҙанды биләй.
Бигерәк тә Бүрәт Республикаһындағы хәлдәр хөрт: 1,786 мең гектар майҙанда 18 янғын сығанағы теркәлгән. Байкал аръяғы, Красноярск крайҙарында ла урмандар дөрләй, янғын һүндереүселәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Әлегә тораҡ пункттарға ҡурҡыныс янамай.


Вернуться назад