Даланың тотоп алып булмаҫ үҙенсәлекле матурлығы тураһында күп һөйләргә булыр ине: бөгөн ул һарғылт төҫтә булып, ямғыр тамсылаһа, иртәгәһе көнөн саф йәшеллек менән күҙҙе арбаясаҡ, сөнки яуым-төшөм һирәк булған ерҙә күктән төшкән тамсы — йәшәү орлоғо. Шуға ла ул булған байлығы менән йомарт уртаҡлаша. “Ырымбур далаһы” тип йөрөтөлгән ерҙәрҙе беҙҙең ата-бабалар бик күп быуаттар элек юҡҡа ғына төйәк итмәгән бит. Походтарға тоғро дуҫы – аты менән ошо ерҙән юл алған. Ватанында ла гел генә тыныс тормош кисермәһә лә, кире әйләнеп ҡайта алыу улар өсөн иң оло бәхет булған. Бында уның ҡаны ла, тире лә тамған. Бирешмәгән…Гай ҡалаһы округында үтәсәк Башҡорт мәҙәниәте көндәренә барғанда бына ошондайыраҡ уйҙар биләне күңелде. Халҡыбыҙ борон замандарҙан уҡ үткәргән йыйындарын. Был йәшәп килгән йолабыҙ “дөйөм берлек” төҙөгән йылдарҙа онотолғайны, “иҫкелек ҡалдығы” тиеберәк, хәтерҙән дә алып ташланған һымаҡ ине. Баҡтиһәң, юҡ икән! Ҡыуандыҡ районы Ибраһим ауылында үткән былтырғы йыйын халыҡтың тап ошондай сараға һыуһағанын, уның рухи ихтыяжын күрһәтте. Ҡыуандыҡ ҡалаһы округы башҡорттары ҡоролтайы, Ырымбур өлкәһе Башҡорт ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһариндың тырышлығы һөҙөмтәһе ул. Бер тынала рухи күтәрелештә үтте, тип хәтерләйҙәр әле лә.
Быйыл үткән мәҙәниәт көндәре элекке саранан һис кенә лә ҡайтыш булманы. Ерекле һыу һаҡлағысы эргәһендә тирмәләр теҙелеп киткән. Бында Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Красногвардейский һәм Гай райондарындағы, Медногорск ҡалаһындағы һәүәҫкәр коллективтары сығыштарын ҡараныҡ. Милләттәштәребеҙ көн иткән райондарҙа бындай йыйындар алмашлап үткәрелеп барасаҡ, тинеләр.
Й. Яманһариндың бер үҙенә генә бөтөн эште атҡарып сығыу еңел булмаҫ ине, тимәк, урындағы ҡоролтайҙа егелеп эшләрлек команда тупланған. Өлкә ҡоролтайының пландары ҙур: тарихи хәтерҙе тергеҙеү, илһөйәрлек рухын үҫтереү. Ҡоролтай рәйесе Яңы Ракитянка ауылында интернационалист яугирҙәргә обелиск эшләтеү ниәте менән дә янып йөрөй.
Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг, өлкәнең ҡала округы етәкселәре, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау дәүләт идаралығы начальнигы Илһам Фәтҡуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты делегацияһы йыйындың хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Губернаторҙың сәләмләү һүҙе яңғыраны:
— Беҙ, ысынлап та, бик үҙенсәлекле өлкәлә йәшәйбеҙ, бында 120-нән ашыу милләт вәкиле эшләй һәм балалар тәрбиәләй. Шуларҙың береһе — башҡорттар, бик тә изгелекле, ҡунаҡсыл һәм егәрле халыҡ. Илебеҙҙең һәм өлкәнең тормошона лайыҡлы өлөш индергән халыҡ. Үҙ тарихына бик һаҡсыл ҡарай һәм йолаларҙы быуындан быуынға тапшыра килә. Мәҙәниәтен һаҡлайҙар, балаларын тәрбиәләйҙәр һәм бәхетле ғүмер итәләр. Беҙ килешеп, тыныс йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Күршеләребеҙ Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарға һәм дуҫтарға рәхмәтем ҙур. Башҡортостан — төньяҡ күршебеҙ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән йыш ҡына күрешеп торабыҙ, бер-беребеҙҙе беләбеҙ, баһалайбыҙ һәм Ырымбурҙа башҡа милләттәр менән бер ҡатар беҙҙең башҡорттарыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Уларҙың үҙ тамырҙарын белеүен хөрмәт итәбеҙ.
Ойоштороусыларҙың бик матур, йөкмәткеле программа әҙерләүен дә әйтергә кәрәк. Милли көрәш ҡыҙыу барҙы. Күмертау ҡалаһынан С. Аҡҡужин төп приз — һарыҡты иңенә һалды. Уҡ атыш шулай уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡуянтау һыбайлыларының “джигитовка”һы ҙур йәнлелек уятты. Сибай филармонияһы артистарының сығышы рухи күтәренкелек бирҙе.
Тирмәләр эргәһендә күргәҙмәләр — шәжәрәләр, балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ ҡорамалдары, шәлдәр, кейеҙҙәр, милли аш-һыу... Ут күрше хәйбуллалар өс тирмә алып килгән. Башҡорт мәҙәниәте көндәренең өлкәлә йәшәгән күп милләттәрҙе йәлеп иткәнен дә билдәләү зарур. Ырымбур өлкәһе Диниә назаратының Новотроицк ҡалаһындағы мосолман ойошмаһы рәйесе Руслан Магомедов был сараның һәр мосолман өсөн дә ҙур байрам икәнен әйтте.
Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Новотроицкиҙағы филиалы директоры Фәнил Йәнтүрин Ҡыуандыҡ районының Ҡолбирҙе ауылында тыуған. Ул Новотроицкиҙа ҡоролтай булдырылыуы башҡорттоң берләшеүе өсөн яңы мөмкинлек асыуы, киләсәктә осрашыуҙар, концерт, төрлө саралар үткәрәсәктәре тураһында белдерҙе.
Медногорск ҡалаһы мәсете имамы Хәсән хәҙрәттең ҡайһы бер фекерҙәрен еткереү урынлы булыр: “Бындай йыйындың үтеүе бик яҡшы, әле ул башланып ҡына тора, уңышлы булһын. Халыҡты рухи яҡтан күтәреү өсөн бала саҡтан туған телдә уҡытырға кәрәк. Ә беҙҙең яҡта телгә иғтибар бөтә бара, йәш балалар телһеҙ үҫә. Үҙ еребеҙҙә йәшәһәк тә, айырылған бер һыныҡ һымаҡбыҙ. “Рух” тигән нәмәне күп кеше ғүмер баҡый белмәй ҙә. Була кеше — әллә кем булып йөрөй, ә эсенә ҡараһаң, буп-буш. Үҙе өсөн генә йәшәй, халҡы тураһында уйлап та ҡарамай. Үҙенең бахыр икәнен аңламай. Тәүҙә кеше атанан тыуа, икенсегә халыҡ исеменән рухи тыуа. Рухи тыуыр өсөн үҙ ереңде, халҡыңды яратырға, уның хәстәре менән янып йәшәргә тейешһең. Үҙеңдең кемлегеңде, асылыңды төшөнөргә тейешһең.
Бында көн иткән ырыуҙаштарҙың башҡортлоғо тыумыштан бар. Икенсе халыҡтар менән аралашып, улар үҙҙәренең кемлеген аңлап үҫә. Телен белмәгәненең дә күңелендә ята башҡортлоғо”.
Ишкенә ауылының ҡорған тирмәһе милли ҡомартҡыларға бай булыуы менән күҙгә салынды. Клуб мөдире Венера Атанова, ветеран уҡытыусы Таңһылыу Шәңгәрәева менән таныштыҡ. Элек Ишкенә мәктәбендә башҡорт телен уҡытҡандар. Хәҙер мәктәп юҡ, уҡыусыларҙы Гай ҡалаһына автобус йөрөтә. “Балаларҙы ошондай сараларға үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ, шулай телде өйрәтергә тырышабыҙ. Улар ҙур теләк менән видеоларҙан ҡарап булһа ла бейергә өйрәнә...” — ти улар.
Гай округында башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын тергеҙеү, рухын уятыу буйынса йәмәғәтселек хәрәкәтендә әүҙемлек күрһәткән эшҡыуар Илнур Үтәмешевтең исемен айырым атарға кәрәктер. Ул ғаиләһе менән бергә Ырымбур өлкәһендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән мәктәп уҡыусыларына атаһы Илдар Үтәмешев исемендәге премия биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ырымбур ҡалаһындағы һәләтле балалар өсөн асылған күп йүнәлешле лицей-интернаттың Х класс уҡыусыһы Ирина Агишеваға һәм Түлгән районының Х класс уҡыусыһы Арина Хоҙайбирҙинаға сәхнә түрендә ошо мәртәбәле премиялар бирелде.
Йәш быуындың уңыштарына әһәмиәт биреү, уларҙың ҡыуаныстарын уртаҡлаша белеү — шулай уҡ онотолмаҫ ваҡиға. Быуындар күсәгилешлеге ошолай дауам итергә тейеш.
Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Йәғәфәр Яманһарин һәм уның командаһының эше артабан да шулай һөҙөмтәле барһын. “Йыйынды үткәреү беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Хатта ҡыҙыу ураҡ өҫтө булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт фермерҙарыбыҙ, бар эшен ташлап, сараға килде. Улар халыҡ менән бергә”, — тине Йәғәфәр Йәнгилде улы. Тимәк, ышаныслы йәштәр бар.
Үр, Һаҡмар, Яйыҡ йылғалары тарихыбыҙҙың бик күп серҙәрен үҙендә һаҡлай. Боронғо атамалар, ер-һыу тарихы ныҡлап өйрәнелмәгән. Ырымбур еренән тыш милләтебеҙҙең тарихи йылъяҙмаһын яҙыу мөмкин түгел.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзирә Аҡҡошова боронғо объекттарҙың юғала, халыҡ хәтеренән иҫтәлекле урындарҙың юйыла барыуына борсолоу белдерҙе: “Ишкенә ауылы эргәһендә башҡорттар элек тимер табыу менән шөғөлләнгән, унда шахталар һаман да һаҡлана. Әүлиәләр ерләнгән урындар бар...” Ғөмүмән, башҡорттоң боронғолоғон раҫлаған бындай иҫтәлекле урындарға маршруттар төҙөргә, экспедициялар ойошторорға кәрәк.
Тулы һыулы, ҙур ул Ерекле һыу һаҡлағысы. Әйткәндәй, Ырымбур губернаторы йыйынға катерҙа килде. Һыу юлын һайлаған. Дала өсөн һыу һаҡлағыстың әһәмиәте ҙур. Ә рух һаҡлағысы? Халыҡ рухын яһалма рәүештә бар итеп булмай. Уны тәләфләмәҫ, һайыҡтырмаҫ өсөн нимә эшләргә?
Ырымбур өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте көндәре тарих менән бөгөнгөнө бергә бәйләп кенә ҡалманы, рухи-мәҙәни тормошто үҫтереүгә тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйырға этәргес бирҙе. Берҙәмлектә – көс, ти бит халыҡ мәҡәле.