Тел асҡысы кем ҡулында?25.08.2017
Республика баҫмаларында, шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитендә һәр кемдең һәм дөйөм милләттең күҙен асырлыҡ бик күп мәҡәләләр баҫылып тора. Фәһем ала белһәң, үлем түшәгенән ырғып торорлоҡ!
Күҙ урынында ботаҡ тишеге, ҡолаҡ тигәнебеҙ кейеҙ булмаһа, күптән ғәмһеҙлектән сығыр, билебеҙҙе биштән быуыр, “Телебеҙ бөтә инде”, “Туған тел дәрестәрен ҡыҫалар!” тип илаулауҙан туҡтап, эшкә күсер инек.
Ҡуйҙай таралышып киткән милләттәштәр, бер тупҡа берләшерҙәй сара табыр, кемдер сихри таяғы менән тормошобоҙҙо ал да гөл итер, һәйбәт батша килеп, ҡурсауына алыр тип көтөп ятмаҫ, ил дилбегәһен ҡулына алырлыҡ ир-азаматтар табылыр ине. Тыуған ерҙе ситтәр типкеһенә ихтыяр итмәҫ, ер-һыуҙы тапандыға, сүплеккә әйләндереүҙе туҡтатыр, көрсөктө лә көрсөк тип белмәҫ инек.
“Эй, тел асҡыстары бир! Күкрәгемде киңәйт”, – тип доға ҡыла торған булған ата-бабаларыбыҙ, күңелдәр күңелдәрҙән йырағая башлаһа. Шуға ла иң башта барлыҡ милләттәштәрем менән үҙем араһында күпер һалырға теләр инем. Рух күпере. Бер ҡасан да бәҫе юғалмаҫ һүҙҙәр менән: “...Ғүмер кешегә бер мәртәбә генә бирелә. Уны мәғәнәһеҙ үткән йылдарың өсөн сикһеҙ үкенеү кисермәҫлек итеп йәшәргә кәрәк!” Ошо бит һәр кемебеҙҙең гражданлыҡ бурысын билдәләгән таяу. Ә әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең милләтебеҙ тереклегенә хәүефен белдереп әйткән был васыяты — беҙҙең өсөн милли идея ла: “Беҙ милләтебеҙ яҙмышы, уның киләсәге тураһында борсолоп, хаҡлы рәүештә һүҙҙе былай тип башлайбыҙ: телебеҙҙе, йыр-моңобоҙҙо, изге йолаларыбыҙҙы, айыҡ аҡылыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Был — уй-теләктәребеҙҙең төп асылы. Әммә милләтте һаҡлар, уны раҫлар һәм күтәрер тағы бер нәмә бар. Ул — хеҙмәт. Аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Эштән биҙгән халыҡ, хеҙмәттә маһирлығын, ихласлығын, ижади ярһыуын юғалтҡан милләт меҫкенгә ҡаласаҡ. Ул инде “илем-телем” тип күпме ҡабатлаһаң да, телен дә, моңон да, рухын да, йолаларын да һаҡлай алмаясаҡ”.
Тарих ғәли йәнәптәре бер аҙға биргәйне ул мөмкинлекте, яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙгә хәл итергә. Ил дилбегәһен тотторғайны ҡулыбыҙға...
Йоҡоһон һимертеп, тамағын туйҙырып, һағыҙ сәйнәй-сәйнәй хәбәр һатҡан ирҙәр менән тулды урам, кәртә арттары, аулаҡ өйҙәр. Ләститтәре ауыл тирәһен байҡауҙан башланһа ла, мотлаҡ илде тиргәп-тиргәп, сит тарафтарға, АҠШ-тағы тормошҡа мәҙхиә уҡыу менән тамамлана. Ундағы кеүек йәшәү өсөн “американса” эшләргә кәрәклеге генә баштарына инеп тә сыҡмай.
Һуғыштан һуң атһыҙ, техникаһыҙ, ҡул көсө менән тергеҙелгән хужалыҡтарҙы тар-мар иттеләр. Үҙҙәренең хужалығын да булдырманылар. Ҡайҙа, ти, ил хәстәре, тел ҡайғыһы?
Ә шулай ҙа... “Мин эшләмәһәм, кем эшләр” тип йөрөгәндәр ҙә бар ул. Ҡысҡырмай ғына нимәлер эшләйҙәр үҙ өлкәһендә. Мөмкинлеге булған тиклем дә, арттырып та. Уларҙың бер төркөмө ирекмәндәр (волонтерҙар) исеме менән эш итә. Кем ул ирекмән? Һуңғы йылдарҙа был һүҙ йыш яңғырай, сөнки ошо хәрәкәт беҙҙең йәмғиәт ҡоролошонда ла һиҙелерлек урын биләй башланы. Тәүҙә ул Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында ятып ҡалған яугирҙәребеҙҙе эҙләү, исемдәрен тергеҙеү, туғандарына ҡайтарыу, лайыҡлы итеп ерләүгә бәйле эштәрҙә күренә ине. Аҙағыраҡ, юғалған, бәләгә тарыған, зыян күргән кешеләргә ярҙам ойоштороп, күңелдәргә йылы йүгертте. Иң ҡыуаныслыһы – ирекмәндәр хәрәкәтен йәйелдергәндәрҙең йәштәр булыуы.
Ә был хәрәкәт элек булғайны бит беҙҙә. “Тимурсылар” исеме менән кергәйне тарихҡа, ләкин ул хәрәкәт буш урында килеп сыҡмаған. Ул һәр халыҡтың, шулай уҡ башҡорттарҙың йәшәү рәүеше булған: яңғыҙҙарҙы, етемдәрҙе, зәғифтәрҙе үҙ ҡурсыуында тотоу, йәмәғәтселек менән үҙ тәьминәтенә алыу, оло эштәрҙе өмә менән башҡарыу.
Минең быуын быға шаһит әле. Тыуған ауылымда мәктәп тарафынан тимурсылыҡ хәрәкәте ойоштороу заруры булманы, сөнки быны ауыл халҡы үҙе эшләй ине. Ярҙамға мохтаждарҙы күрше-тирәләре ҡараны. Өлкәндәр тамаҡ яғын хәстәрләһә, хужалыҡтағы ҙурыраҡ эштәрҙе ҡараһа, бала-саға һыу килтереү, йыуыу, йыйыштырыуҙы мәлендә башҡарып торор ине. Урамдағы бала-сағаға хужалары өйҙә юҡ хужалыҡтарға күҙ-ҡолаҡ булыу бер ҡайҙа ла яҙылмаған ҡанун булды.
Күҙ менән ҡаш араһында “буштың атаһы үлгән” тигән быуын хасил булыуы – беҙҙең заман фажиғәһе. Тырым-тырағай таралышҡан милләттәштәребеҙҙе нимә генә кире берләштерә ала?
Пенсияға сығыу минең өсөн көрсөк булманы. Пландарым шундай күп ине. Ҡайһыһына тотонайым, ҡайһыһы тороп торор тигән генә проблемам булды. Шулай ҙа шәжәрәнән башларға булдым. Шәжәрә юллау өсөн сәйәхәт итеү мөмкинлегем сикле булғас, Интернеттан файҙаландым. Уның аша ғүмерҙә лә күрешә алмаҫ туғандарымды таптым, бергәләп шәжәрә төҙөнөк, мәғлүмәттәр менән уртаҡлаштыҡ. Интернет минең өсөн үҙаллы белем алыу сығанағына әйләнде.
Шулай бер анкетаға барып юлыҡтым. Унда компьютер технологияһы буйынса белем тикшерелә ине. Ҡыҙыҡһынып китеп, мин дә тултырҙым анкетаны. Бер аҙҙан “Башҡорт проекттары”нан Башҡорт электрон китапханаһын эшләү буйынса хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим килде. Әлбиттә, риза инем. Үҙ алдыма электрон форматҡа күсергән китаптарым да байтаҡ ине. Шулай итеп ирекмәндәр төркөмөнә инеп киттем.
Илдар Кинйәбулатов етәкселегендә эшләгән башҡорт йәштәре минең тәүге хеҙмәттәштәрем, рухташ дуҫтарым, уҡытыусыларым булды. Һәр береһе ҡайҙалыр эшләй, арый, башҡаларҙыҡы кеүек үк проблемалар солғанышында йәшәй. Барыһы ла ирекмәнлек эшен дә алып бара. “Башҡорт проекттары”на ярашлы, Android һәм Mac OS өсөн клавиатуралар эшләгәндәр, “Бәйләнештә” һәм Skype интерфейстарын башҡорт теленә тәржемә иткәндәр, башҡорт шрифттары, башҡорт яңылыҡтары агрегаторы булдырғандар ҙа — тап улар.
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәлендә “Башҡорт проекттары” берләшмәһе координаторҙары тарафынан “Глобаль мәғлүмәт киңлегендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы” тәҡдим ителде, әммә был мәсьәләгә етди иғтибар биреп, уны хуплап торғандар ғына табылманы.
Электрон китапхана асылыуға, тәржемәселәр төркөмө аша Башҡорт википедияһына барып эләктем. Бындағы стажым бер йыл да туғыҙ айҙан ашты ла инде.
Әле тораҡ пункттарҙы, йылғаларҙы, күлдәрҙе, тауҙарҙы һәм башҡа тәбиғи ҡомартҡыларҙы, иҫтәлекле урындарҙы фотоға төшөрөп, викимилеккә тейәү бурысы тора алдыбыҙҙа. Ҡурсаулыҡтарыбыҙҙа, заказниктарыбыҙҙа эшләгән ғалимдарыбыҙ, ғилми хеҙмәткәрҙәребеҙ бар. Һанай китһәң, районыбыҙҙа һәм республикабыҙҙа ауылдан сыҡҡан ғалимдар, журналистар, шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, фотографтар һәм башҡалар иҫ китмәле күп. Әгәр, мәҫәлән, Бөрйән районы порталын – район тураһында мәғлүмәттәр базаһын туған телебеҙҙә үҙебеҙ тулыландырмаһаҡ, уны үҙебеҙ байытмаһаҡ, ситтән килеп берәү ҙә беҙҙең өсөн эшләмәҫ.
Бөгөн башҡорт вики-клубтары Сибайҙа, Өфөлә һәм Белорет районында ла төҙөлә. Башҡа райондарҙың илһөйәрҙәрен дә үҙҙәренең шундай төркөмдәрен булдырырға, порталдарын асырға саҡырам. Һәр кем үҙ төбәген нығыраҡ белә. Ә Википедия порталы быуындар бәйләнешен тергеҙеү урыны була ала. Башҡорт проекттарындағы кеүек йәш таланттарыбыҙ әҙме ни? Пенсияға сыҡҡан күпме шәхестәребеҙ – интеллектуаль хазинабыҙ тотонһа, ниндәй эш ҡарышыр ине икән беҙгә? Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов әйтмешләй,
Һыҡранмаһын тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы,
Бөрйән вики-клубы етәксеһе.