Һүҙ йөрөтөү – насарлыҡ25.08.2017
Муса хәҙрәт заманында шундай бер ҡаты ҡоролоҡ килә. Хатта өс тапҡыр ямғыр доғаһы уҡыла.
Муса хәҙрәт: “Йә, Рабби, өс тапҡыр доға уҡып сыҡтыҡ, ялбарыу доғабыҙҙы ҡабул итмәнең”, – тигән.
Йәнәбе Хаҡ: “Һинең дә, уларҙың да доғаларын ҡабул итмәм әле арағыҙҙа һүҙ йөрөтөүсе, ара боҙоусылар булғанда”, – тип бойорған.
Муса хәҙрәт: “Йә, Рабби, кем икән, уны арабыҙҙан ҡыуайыҡ”, – ти.
Йәнәбе Хаҡ: “Мин һеҙҙе һүҙ йөрөтөп ара боҙоу ғәҙәттәрегеҙҙән тыям”, – тигән. Шул саҡ һәммәһе тәүбә итә үә Йәнәбе Хаҡ уларға мул итеп ямғыр ебәрә.
Ара боҙоу, һүҙ йөрөтөү шөғөлө – иң насар холоҡтор. Һүҙ йөрөтөүсене Аллаһ һөймәҫ. Улар булған ерҙә бәрәкәт булмаҫ.