Ҡыҙғанғанды ҡыҙғанырҙар25.08.2017
Сүлдә йөрөгән әҙәмдең һыуһыҙлыҡтан ирендәре кибеп, йөрәге яна икән. Ниһайәт, юлда бер ҡойоно табып, төшөп һыу эсеп сыға. Нәҡ шул арала һыуһыҙлыҡтан телен сығарған, хәлһеҙләнгән, ер өҫтөндәге үләндәрҙе ялаған бер этте күрә. Хайуандың был хәлен аңлаған һәм ҡыҙғанған әҙәм:
– Мин кисергән һыуһыҙлыҡтың нәҡ шундайы был эткә лә ҡағылған икән, – ти ҙә, яңынан ҡойоға төшөп, аяҡ кейеменең эсенә һыу тултыра, һуңынан уны тештәре менән эләктереп, ҡулдары менән диуарҙарға тотоноп сыға һәм эткә бирә.
Әҙәмдең эткә күрһәткән был мәрхәмәте Аллаһтың хозурына барып етә, һәм әҙәм йәннәткә лайыҡ була.