СӘСКӘ САҒЫМ25.08.2017
Мөхәббәт серверы
Эшләмәй ҙә эшләмәй
Мөхәббәттең серверы.
Әллә торғаны менән
Ул асылмаҫ сер бары?
Асылына төшөндөрөр
Юҡ бер ниндәй программа.
Ғашиҡ бул да үҙеңсә һөй –
Кешенекен ҡарама!
Бына шундай кәңәште тот,
Эшләтә һал серверҙы.
Мыжып ултырғансы, бел һин,
Һөйөү тигән йыр барын.
Алтын һарай
Әкиәти алтын һарай
Ижад тигән моң-донъя.
Ул донъяның ҡоласы киң –
Унда матурлыҡ һыя.
Мин дә унда үҙ йүнемде
Таба аламмы икән? –
Ҡыйыуһыҙ ҡарап торамын
Серле һарайға ситтән.
Семәрле, бейек ҡоймалар,
Рәхим ит, тигән кеүек.
Ҡапҡалар ҙа киң асылып,
Әйҙә үт, тигән кеүек.
Ҡыйыуһыҙ баҫҡан аҙымдар
Ышаныслыраҡ хәҙер.
Тылсымлы донъяға инәм –
Ижад өҫтәлем әҙер...
Ижадсыға
Көтәһеңме, етер тиеп
Берәй йондоҙло сәғәт?
Йә булмаһа, илһам өсөн
Тыуыр тиеп бер сәбәп?
Көтәһеңме, берәй ваҡыт
Булыр тиеп үҙ мәле?
Әммә бел һин: һине көтә
Күптән яҙыу өҫтәле.
Тылсымлы ижад донъяһын
Көтә, ана, аҡ ҡағыҙ!
Эй, ижадсым! Көрсөктән сыҡ,
Яҙ ҙа һыҙ һин, яҙ ҙа һыҙ!
Үлсәнелмәй
Килобайтта,
Мегабайтта,
Гигобайтта,
Терабайтта
Булмай бит ул мөхәббәт.
Әгәр шулай була ҡалһа,
Таратыр инек рәхәт.
Миллиграмда,
Йәнә грамда,
Килограмда
Үлсәнелмәй мөхәббәт.
Һатылыр кәнфит түгел ул,
Һалып алырға бик мул.
Мөхәббәттең үлсәме юҡ,
Дәрәжәһе, даны юҡ.
Әммә унһыҙ бар кешелек
Йөрөр ине бик бойоҡ...
Ҡором
Ҡором йоҡһа, ныҡ йоға шул –
Тиҙ генә йыуып булмаҫ.
Күпме генә ышҡыһаң да,
Оҙаҡ буяуы уңмаҫ.
Шул турала уйлай-уйлай,
Сәйнүк ҡоромон йыуам.
Тыштағы мейес усағын,
Әйҙә, әрләгән булам.
Тормошта ла әҙ түгел шул
Ҡором һөртөп маташҡан –
Кешегә бысраҡ яғыуҙан
Шатланып, күккә ашҡан.
Нахаҡ һүҙҙәр, ҡором кеүек
Бер яғылһа йөҙөңә,
Әйтерһең дә, шул ваҡытта
Нәфрәт-күлдә йөҙөлә.
Ҡором һөртөп кинәнгәндәр
Эре ҡыланһалар ҙа,
Барыбер килеп изгелек
Яраға ямау һала.
Шул ямауҙар форсат бирә
Артабан көс табырға.
Мин бына ярҙам иткәндәй
Сәйнүккә ағарырға...