“Башҡортостан” дәүләт биг-бэнды — “Sochi Jazz Festival” халыҡ-ара джаз фестивалендә Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективын ошолай тип таныштырҙылар. Өфөләр ошо сарала фестивалдең президенты джазмен Игорь Бутмандың саҡырыуы буйынса ҡатнашты. — Башта беҙҙе белмәйҙәр ине. Әммә сығыш яһағандан һуң музыканттар ихтирам менән “фестиваль фавориттары” тигән баһа бирҙе, ә Игорь Бутман иһә: “Шәп оркестр, миңә лә шундай коллектив кәрәк ине!” — тине.
– Үҙебеҙҙе Рәсәй кимәлендә һынап ҡараныҡ, — тине биг-бэнд етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов сәфәр һөҙөмтәһе буйынса ойошторолған матбуғат конференцияһында.
Өфө артистары диңгеҙ ярында үткән парадта ҡатнашты, фестивалдең төп майҙансығында — “Фестивальный” концерт залында сығыш яһаны. Сочи тамашасылары араһында джаз һөйөүселәр бик күп ине. Олег Ҡасимовтың “Джаз мәҙәктәре” тигән авторлыҡ программаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программала солистар Сиявуш Шермат-заде, Полина Кобец, Екатерина Ямщикова, ҡурайсы Илнур Хәйруллин ҡатнашты. “Көнсығыш риүәйәттәре” композицияһында ҡурай менән саксофондың бергә уйнауы тамашасыларҙы айырыуса әсир итте.
Олег Ҡасимовтың үҙенсәлекле кескәй музыкаль ваҡиғалары — “Джаз мәҙәктәре” проекты 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булғайны. Бөтә музыканы Олег Ҡасимов яҙған, рус һәм инглиз текстарын Альбина Әхмәтйәнова ижад иткән.
— Программа бик бай, һәр кем күңеленә хуш килерлек музыканы таба ала. Ҡыҙыҡлы мәлдәр, төрлө стилдәр бихисап. Бында импровизация ла, фанк та, латино ла, классика ла, бибоп та бар, — тине солист Сиявуш Шермат-заде.
Башҡортостан музыканттарының сығышы Сочи телевидениеһы репортажына инде. Коллективтың киләсәккә пландары ҙур, көҙ Өфө джазмендары Екатеринбургта һәм Ырымбурҙа авторлыҡ программаһы менән сығыш яһарға ниәтләй. Шулай уҡ Пермдә оупен-эйр программаһында ҡатнашыу буйынса һөйләшеү алып барыла. Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡы иһә уларҙы 12 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының бәләкәй залында күреү мөмкинлегенә эйә. Унда “Свинг королдәре” программаһы тәҡдим ителәсәк.
Әйткәндәй, Игорь Бутмандың фестивале Сочиҙа 2010 йылдан үткәрелә. Ул элегерәк “Акваджаз” тип атала ине. Сараның географияһы бик киң — Мәскәүҙән, Европанан, Американан музыканттар килә. Фестивалдә танылған музыканттар сығыш яһап ҡына ҡалмай, оҫталыҡ дәрестәре, ижад кисәләре уҙғарыла.