Өфөлә II республика “Башҡортостан һылыуы” матурлыҡ конкурсында еңеүсе иғлан ителде. Ул – Баймаҡ ҡалаһынан 19 йәшлек Раушания Исҡужина.
“Ҡыҙға бүләк итеп таж, көнкүреш техникаһы, косметика менән тулы кәрзин һәм ювелир салонынан биҙәүестәр тапшырылды”, — тип хәбәр ителә конкурстың рәсми Интернет төркөмөндә. — Был — тәүге еңеүем, — тине Раушания. — Мин Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыйым. Бала саҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Киләсәктә республикам өсөн яҡшы белгес һәм файҙалы кеше булырға теләйем.
Конкурстың финалы Башҡорт дәүләт академия драма театрында булды. Башҡортостандың баш ҡалаһына Нефтекаманан, Ишембайҙан, Сибайҙан, Баймаҡтан, Дүртөйлөнән иң матур ҡыҙҙар килде. Һылыуҡайҙар лимузин-party. “Баланы мәктәпкә йыяйыҡ” хәйриә акцияһында ҡатнашты.
Уҡыу өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары менән биштәрҙәр республика балалар йорттарына ебәреләсәк.