Әүлиә тураһында спектакль25.08.2017
Әүлиә тураһында спектакльАрыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” повесы буйынса яңы спектакль әҙерләй. “Әүлиә”нең премьераһы тамашасыға сентябрҙә миҙгелде асыу тантанаһында тәҡдим ителә.
Спектаклде билдәле режиссер, театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимов ҡуя. Фильмға музыканы Илшат Яхин яҙа.
Уҙған быуатта республиканың Баймаҡ районында йәшәгән һәм үҙенсәлекле дауалау һәм күрәҙәлек һәләтенә эйә булған ғәжәп кеше тураһында байтаҡ яҙҙылар. Мөжәүир хәҙрәткә ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Шуға Лира Яҡшыбаеваның уның тураһындағы китабы ҙур яңғыраш алды. Сибайҙа нәшер ителгән китап бер нисә тапҡыр яңынан баҫылып сыҡты.


Вернуться назад