#телгенәм-бергенәм23.08.2017
#телгенәм-бергенәмЛюциә ЮЛЫЕВА, “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” йәмәғәт ойошмаһының төбәк штабы етәксеһе:
– Һис шикһеҙ, телде өйрәнергә кәрәк. Бай тарихыбыҙ, күркәм мәҙәниәтебеҙ, халҡыбыҙҙың мираҫы — быларҙың барыһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу нәҡ телде белеүҙән башлана.
Икенсенән, бөгөн ҡайһы бер ғаиләләр туған телдәрендә бик һирәк аралаша, айырыуса ҡала мөхитендә. Ғаиләлә аралашыу теле – ул көнкүреш теле. Ә бына уны мәктәп программаһында өйрәнгән осраҡта иһә бала үҙе өсөн әҙәби телде, уның бөтә матурлығын тәрәндән белеүгә өлгәшә лә инде. Бынан тыш башҡорт телен өйрәнеү – башҡа төрки телдәрҙе белеүгә бер аҙым. Ысынында йәштән күп тел белгән һайын баланың телгә, ғөмүмән, донъяны танып белеүгә ҡыҙыҡһыныусанлығы арта ғына.

Ринат КАМАЛ, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, башҡорт телен яҡлап, уны өйрәнергә кәрәк, тип сығыш яһауы бик тә ваҡытлы булды. Башҡорт теленең дәүләт статусына эйә икәнен онотмайыҡ берүк.
Борондан әҙиптәр туған телде өйрәнеүгә һәм белеүгә өндәгән, быны уларҙың әҫәрҙәрендә асыҡ күрәбеҙ. Мәҫәлән, фекеремде Бабич һүҙҙәре менән нығытмаҡсымын. Ул: “Хоҙай үҙе юлдар асып торам” тип әйткән. Шағир шулай тигәндә, беҙҙең халыҡҡа ла ауыҙ йомоп тормаҫҡа ине.
Беҙ иһә, әҙиптәр башҡорт теленең сафлығы, уның киләсәктә яҡшы үҫеше өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да ғәмәлгә ашырырға тырышабыҙ. Халҡыбыҙҙың зауығына тап килерлек әҫәрҙәр яҙыу, уны уҡыусылар араһында таратыу – шуға асыҡ миҫал.

Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.


Вернуться назад