Ҡанунды белмәй тороп кеше ташыма...23.08.2017
Ҡанунды белмәй тороп кеше ташыма...Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһының сираттағы коллегия ултырышында “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге тикшерелде һәм күп кенә етешһеҙлектәр асыҡланды.
Тикшереү эштәре тәү сиратта дәүләт мөлкәтен файҙаланыуға, пассажирҙар ташыуға, филиал етәкселәренең эшмәкәрлегенә ҡайтып ҡала. Предприятиела төҙөлгән отчеттарҙа дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр күп, был иһә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы йоғонтоһоҙ итеү ихтималлығын тыуҙыра.
Кәмселектәрҙең иң ҙурҙарының береһе – арзаныраҡ тәҡдимдәр була тороп та автобустарҙы ҡиммәтле лизингка алыу. Бүләкләү аҡсаһын нигеҙһеҙ таратыу, етәкселеккә ташламалар яһау осраҡтары ла булғылаған.
Иң мөһиме шул: эште насар ойоштороу һәм транспортты тейешенсә файҙалана алмау предприятиеның зыянлы эшләүенә, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатының түбәнәйеүенә килтергән. Автобустарҙы яңыртып тороуҙа дәүләт ярҙамының тейешле һөҙөмтә бирмәүе лә асыҡланды. Пассажир­ҙар ташыу планы үтәлмәй, даими ташыу маршруттары кәметелә, ҙур автобустарға кеше аҙ ултыртыла.
Ташыу буйынса төшөмдөң кәмеүенең байтаҡ өлөшө Өфө ҡалаһына тура килә. Быға, нигеҙҙә, маршруттарҙы бүлеп биреүҙең заман талаптарына яуап бирә алмауы һәм легаль булмаған ташыусы­ларҙың эшмәкәрлеге йоғонто яһай. Баш ҡалала пассажирҙар ташыу буйынса 112 маршрут бар, әммә утыҙ икеһе, йәғни 28 проценты ғына хеҙмәтләндерелә.
Тикшереү барышында “Башавтотранс”ҡа ҡарата 19 административ протокол төҙөлдө, дүрт суд ҡарары буйынса һалынған штраф 105 мең һум тәшкил итте. Коллегия шулай уҡ тикшереү осоронда был предприятие етәкселегендә кадрҙар алмашыныуын да иҫәпкә алды.


Вернуться назад