Татлы байрам, моңло байрам23.08.2017
Үткән аҙнала Бөрйән районында III халыҡ-ара бал фестивале булды.
Бөрйәндән, шулай уҡ күрше райондарҙан умартасылар үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Байрамға 2 мең самаһы кеше, шул иҫәптән Мәскәү блогерҙары һәм сит ил туристары килгәйне. Ҡунаҡтар, бал һатып алыуҙан тыш, уҡ атты, солоҡтарҙы ҡарап сыҡты, һыбай йөрөнө, милли башҡорт ризыҡтарынан ауыҙ итте.