Изге ниәтле әбейҙән фәһем алайыҡ23.08.2017
Изге ниәтле әбейҙән фәһем алайыҡБик әүәл була был хәл. Төркиәлә бер батша, һис кемдән ярҙам алмайынса, фәҡәт үҙенең аҡсаһына мәсет төҙөтөргә ниәтләй. Белә: иман йорто һалған кешегә Аллаһ Тәғәлә ожмахта һарай әҙерләп ҡуйыр, тиелә хәҙистәрҙә. Көс-ҡеүәте, аҡсаһы, власы бар саҡта әлеге батша ла сауап алырға итә.

Мәсет төҙөлөп бөтә. Ҡыуанысы эсенә һыймаған батшаның уйында гел ошо эше — ожмахлы булыу икән. Төш күрә был бер мәл. Төҙөлгән мәсет өсөн сауаптың күберәк өлөшө бер ҡарсыҡҡа тәғәйен икән... Аптырап, иман йортон һалғандарға мөрәжәғәт итә батша. Төҙөлөшкә башҡа кемдер аҡса индергәнме? Әллә бүтән берәй ярҙам күрһәткәнме?
Баҡтиһәң, эшселәр кирбес һалған мәлдә алты бөртөк кирбес күтәреп бер ҡарсыҡ килә. “Уландарым, зинһар өсөн, мине мәсет төҙөү кеүек оло һәм сауаплы эштән мәхрүм итмәгеҙ”, – тип инәлеп-ялбара. Өлкән кешенең һүҙен йыға алмай ир-ат: күп түгел бит, алты дана ғына, тип әбейҙең кирбестәрен ҡушып һала. Ә һуңғы һөҙөмтә, билдәле, Аллаһ ихтыярында: мәсет төҙөүҙең күберәк сауабы шул ҡарсыҡҡа яҙыла. Ниәте ихлас, изге эшкә өлөш индереүгә ынтылышы ҙур булған өсөн.
Йылдар үтә. Батша үлеп китә, исеме лә онотола. Ә теге әбей тарихта ҡала – иман йорто “Алты кирбес мәсете” тип йөрөтөлә. Эш аҡсала ла, башҡала ла түгел шул, ә ихласлыҡта, ысын күңелдән ярҙам итергә теләүҙә.
Беҙҙең район үҙәгендә 2014 йылда “Фурҡан” мәсете төҙөлә башланы. Кемдеңдер аҡсаһына түгел, ә йәмәғәт көсө менән. Быйыл көҙгә, Аллаһ бирһә, башын ябып ҡуйырға иҫәп, ти төҙөүселәр. Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, изге эшкә өлөш индергәндәр, шөкөр, бихисап.
– Башта мәсет төҙөләсәк урында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ҡатнашлығында ҙур сара ойошторолдо, ҡорбан салынды, аяттар уҡылды, – ти ул. – Шәхси эшҡыуар, мосолман ҡәрҙәшебеҙ Радик Ғабдулхаҡов 800 мең һум тирәһе аҡса менән ярҙам итте. Шуға материалдар алдыҡ, төҙөүселәргә хеҙмәт хаҡы түләнек. Үҙебеҙҙең егеттәр — таш, шәхси эшҡыуар Артур Мырҙағолов ҡырсын ташыны.
Артабанғы йылдарҙа нигеҙгә плитә һалынды. Унан күҙгә күренерлек әллә ниҙәр эшләнмәне, сөнки материал бөткәйне. Халыҡ бар хәленсә ярҙам күрһәтә башланы. Ҡаҙнасы итеп Йосоп Вәлиуллинды алдан уҡ һайлап ҡуйғайныҡ, ул эште бик теүәл алып бара. Бөрйән урман хужалығынан ҙур ярҙам булды: ағас бүленде. Уны эшкәртеү менән Әтек ауылының имам-хатибы Хәсән Зарипов булыша.
Быйыл подрядсы таптыҡ. Кирбес һалыу өсөн белгестәр кәрәк ине. Аллаһтың рәхмәте менән үҙебеҙҙең райондаш Илфаҡ Ғәлләметдиновҡа юлыҡтыҡ. Ун биш йыл самаһы төҙөлөш менән шөғөлләнгән, Стәрлетамаҡта туғыҙ ҡатлы йорттар һалған оҫта ул. Яҙ үҙе менән һөйләшеп килештек, башҡарасаҡ эше өсөн түбәндәрҙән дә түбән хаҡ ҡуйҙыҡ. Күңелендә мәсет төҙөү хыялын йөрөткән ҡәрҙәшебеҙ ихлас риза булды. Эш урынынан ҡуҙғалғас, һәммәбеҙгә лә күңелле. Быйылға ниәт – стенаны күтәреп бөтөп, бинаның башын ябып ҡуйыу.
“Кемдер был донъяла Аллаһ ризалығы өсөн мәсет төҙөһә, Аллаһ Тәғәлә уға йәннәт уртаһында һарай һалып ҡуйыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бәй, шулай булғас, Раббыбыҙ беҙгә бөгөн ошондай оло, сауаплы эшкә тотонорға бөтөн юлдарҙы аса бит! Изге ғәмәлгә аҡсалатамы, ҡул ярҙамы менәнме өлөш индереү мөмкинлеген бирә. Киләсәктә мәсет төҙөү ихтыяжы, бәлки, көслө булмаҫ – әле һалынғандарҙа балаларыбыҙ динебеҙҙе күтәрер, иншаллаһ.
Диндә башлап йөрөгәндәргә сауап күп яҙыла. Пәйғәмбәребеҙҙең был йәһәттән хәҙисе бар: “Әгәр ҙә ки мизандың бер яғына – Әбү Бәкерҙең, икенсеһенә тотош өммәттең эшен ҡуйһаҡ, тәүгеһе ауырыраҡ тартыр ине”. Эйе, эштең башында торғандарға һәр ваҡыт ҡыйын, әммә әжере ҙур. Әҙер мәсеткә килеп намаҙ уҡығандарға ҡарағанда, иман йортон төҙөүҙә ҡатнашҡанға сауап өҙлөкһөҙ килеп тора.
Ғибәҙәтхананы халыҡтың көсө менән һалыуҙың хикмәте ҙур – кешеләр үҙ хеҙмәт емешенең ҡәҙерен беләсәк. Эйе, бөрйәндәр ул хәтлем бай йәшәмәй, беҙҙә ҙур сәнәғәт предприятиелары ла юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөшкә өлөш индерергә теләүселәр бар, шөкөр. Мәҫәлән, Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбе коллективы бер нисә тапҡыр аҡса туплап биргән. Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә матди йәһәттән өлөш индереп тора икән. Ветеринария станцияһы колективы ла аҡсалата ярҙам күрһәткән.
Әле мәсет төҙөүҙә даими эшләүселәр – ағалы-ҡустылы Шайморат менән Илфаҡ Ғәлләметдиновтар, Абрар Вәлиев, Илшат Моратшин, Илдус Хәкимов, Динис Иманғолов. Уларға Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен.
– Шөкөр, төҙөүселәребеҙ тырыш, үҙ эшен белә, – ти подрядсы Илфаҡ Ғәлләметдинов. – Мосолман егеттәр ҙә көн дә бер нисә сәғәткә булһа ла килеп, ярҙам итешеп китә. Был да – ҙур ярҙам. Көнө генә булһын.
Эйе, берлектә – бәрәкәт, тарҡаулыҡта – һәләкәт, ти халыҡ. Мәсет төҙөлөшөнә лә ҡағыла был. Алты кирбес менән ярҙам итеп, Аллаһ Тәғәләнең ҙур рәхмәтенә өлгәшкән изге ниәтле әбейҙән фәһем алһаҡ, исемебеҙ тарихта ҡалмаһа ла, Раббыбыҙ алдында сауаплы эш башҡарғандарҙан булырбыҙ, иншаллаһ.

Бөрйән районы.


Вернуться назад