БДУ-ның абруйы ҙур23.08.2017
Башҡорт дәүләт университеты сит ил граждандарынан һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙән рус теле, Рәсәй тарихы һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте нигеҙҙәре буйынса комплекслы имтихан алыу хоҡуғына эйә булған юғары уҡыу йорттары исемлегенә инде.
Бындай хоҡуҡ илдең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурста ҡатнашыу һөҙөмтәһендә яуланды. Уҡыу йорто, бәйгелә ҡатнашырға теләк белдереп, сит ил граждандарына рус телен өйрәтеү тәжрибәһе күрһәтелгән ғариза бирҙе. БДУ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тесты уңышлы тапшырған кешеләр хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә, илебеҙҙә ваҡытлыса йәшәүгә хоҡуҡты рәсмиләштереү өсөн сертификат аласаҡ.
Сит ил кешеләренән комплекслы имтихан алырға хоҡуҡлы мәғариф ойошмалары исемлегенә 13 вуз инде. Улар араһында М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты, А.С. Пушкин исемендәге Дәүләт рус теле институты, Ҡазан (Волга буйын) федераль университеты, Томск дәүләт милли тикшеренеү институты, Алыҫ Көнсығыш федераль университеты бар.
А. ХӘЛИЛОВ.