“Килендәрҙе яратырға кәрәк...”23.08.2017
“Килендәрҙе яратырға кәрәк...”Элекке кеүек ҡәйнә менән килендең бер йортта йәшәүе — бөгөн һирәк күренеш. “Башҡаның башы ауырымай” тип, хәҙер һәр ғаилә айырым донъя көтөүҙе хуп күрә. Сираттағы командировкабыҙ Түбәнге Иҙрис ауылына төшкәс, Ҡолсора ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фирүзә Арғынбаева: “Ошо йортта дүрт быуын вәкиле йәшәй, үҙҙәре татыу, берҙәм һәм дуҫ”, — тине. Беҙ улар менән таныштырыуҙы үтендек.Ысынлап та, ҡот-нур балҡыған был йортта оло ҡәйнә менән ике килен татыу ғүмер итә. 88 йәшлек Әлифә инәй Вәлиева — Муллаҡай ауылы ҡыҙы. 1950 йылда ошо нигеҙгә килен булып төшә. Тормош иптәше менән колхоздың төрлө эшендә ҡайнай, гел алдынғылыҡты бирмәй. Бөгөн уның күкрәгендә фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почет Билдәһе” ордендары һәм тиҫтәләрсә миҙал балҡый.
— Алдынғы һауынсы булдым, көнөнә ҡул менән 25-әр һыйыр һауа торғайныҡ. Хәҙер аптырайым, нисек өлгөрҙөк икән, тип. Ул саҡта бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кем һуңлай, уның һыйырҙарын һауҙыҡ. Ҡыҙҙар менән татыу булдыҡ, йырлашып һыйыр һауып, көлөшә-көләшә ҡайтыр инек. Бар ине заманалар, ҡыҙым, — тип хәтирәләр йомғағын тағатты инәй.
Социалистик Хеҙмәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллина менән бергә эшләй геройыбыҙ. Иң ябай һөнәргә эйә булған башҡорт ҡыҙҙарының юғары наградаға лайыҡ булыуы үҙе үк уларҙың уңғанлығы, тырышлығы, батырлығы һәм саялығы хаҡында һөйләй түгелме һуң?! Шуныһы ҡыуаныслы: ниндәй генә ауырлыҡтарға юлыҡһа ла, бәхетле ҡартлығын кисерә Әлифә Заһретдин ҡыҙы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, зиһене салт, хәтере шәп. “Килендәрем ҡыҙҙар кеүек. Үҙемдең ике улым булғас, килендәремде үҙ ҡыҙҙарым кеүек ҡабул иттем. Утыҙ йылдан ашыу Рауза киленем менән татыу йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, ике килен йомшап ултырам. Килендәрҙе яратырға, уртаҡ тел табырға кәрәк, шул саҡта улар ҙа һинең өсөн өҙөлөп торасаҡ”, — ти ул.
Килен ҡәйнә тупрағынан ярала тигәндәй, Ғәйнислам улының килене Рауза Йәрмөхәмәт ҡыҙы ла ҡәйнәһе кеүек һауынсы. Билал ауылы ҡыҙы буласаҡ тормош иптәше менән йәмле Ирәндек итәгендә йәйләүҙә ятҡанда таныша.
— Ул мәлдәрҙе хәтергә алһаң, кеше ышанмаҫ хәҙер, — тип һүҙ башланы икенсе быуын килен. – Яҙҙан алып көҙгә тиклем Ирәндек буйы гөрләп торор ине, һәр кис бер йәйләүҙән икенсе йәйләүгә уйынға йөрөй торғайныҡ. Йәштәр бер-береһе менән таныша ла һуғым ашына ҡауышып та ҡуйыр ине. Иртәнге һауынға йырлашып ҡайтыр ҙа, биҙрәләргә гөбөрләтеп һыйыр һауыр инек. Бар ине йәш, матур саҡтар!
Эштәре лә, уйҙары ла уртаҡ булған ҡәйнә менән килен үҙ-ара татыу йәшәп китә. Бәхетле парҙың дүрт ҡыҙы һәм бер улы бер-бер артлы донъяға килә. Балалар ҙа бағыулы, донъя ла ҡараулы булғас, Рауза Сыңғыҙова фермала эшен ташламай. Бөгөн ул хаҡлы ялда, ҡәйнәһе лә, үҙе лә — хеҙмәт ветерандары.
Матур ғаиләгә өсөнсө быуын булып Үрге Иҙрис ҡыҙы Ләйсән Азамат ҡыҙы килә. Сибай институтында белем алған ҡыҙ буласаҡ йәмәғәте Азамат менән дуҫлашып йөрөгәндән һуң сәстәрен сәскә бәйләй.
— Ике ҡәйнә буҫағаһына килен булып төшөү һис тә ҡурҡытманы, киреһенсә, шатландым ғына. Тәүге көндән үк бер-беребеҙ менән уртаҡ тел таптыҡ, оло ҡәйнәм өләсәй кеүек, һәр саҡ ҡурсалап ҡына тора. Эшкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла йортҡа йоҙаҡ элеү кәрәкмәй, һәр саҡ һине ҡаршылап торор кеше бар.
Ләйсән менән Азаматтың тормоштарын йәмләп ике ҡыҙыҡай ҙурайып килә. Әйткәндәй, Азалия менән Асия — ғаиләнең дүртенсе быуыны. Тормошобоҙға үтеп ингән ҡәйнә менән килен тураһындағы төрлө көләмәстәр, ғибрәтле ваҡиғалар, шаян һүҙҙәр күп һөйләнелгән мәлдә, беҙ үҙ күҙебеҙ менән был хәлдәрҙең тап киреһенә шаһит булдыҡ. Татыулыҡ һәм бәхет тантана иткән ғаиләлә ҡәйнәне ҡәйнә, киленде килен итә беләләр, килендәр татыу булғанда, өйҙә йәм һәм ҡот бар, балалар бағыулы, донъя күркәм, һәр кем бәхетле. Һаҡмар буйында ултырған бер ауылда матур ғаиләлә дүрт быуындың үҙ-ара татыу һәм берҙәм йәшәүе һәр кемде һоҡландыра ла, уйға ла һалалыр, моғайын.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад