Йыһан серҙәре сикһеҙ12.04.2012
Йыһан серҙәре сикһеҙБынан 51 йыл элек бөтөн донъя совет кешеһе Юрий Гагариндың "Восток" карабында Ер шарын урап сығыуына хайран ҡалды. Уның илебеҙҙе бар ғаләмгә данлаған батырлығы әле лә тоноҡланмай – ҡаһармандың даны мәңгеләштерелә.
Тәүге космонавт тыуып үҫкән Смоленск өлкәһендәге Клушино ауылы эргәһендә, мәҫәлән, Юрий Гагариндың исемен йөрөткән Йыһан паркы һәм космодром төҙөргә ниәтләйҙәр. Һүҙ 3 мең гектар майҙанды үҙләштереү тураһында бара, проекттың хаҡы – 1,2 миллиард доллар. Уның буйынса, парк биләмәһендә торлаҡ йорттар, ҡунаҡханалар, пансионаттар һәм данлыҡлы "Диснейленд" тибындағы күңел асыу паркы төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, эшлекле үҙәк булдырыласаҡ, унда мәктәп уҡыусыларының олимпиадаларынан алып, ҙур халыҡ-ара форумдар үткәреләсәк.
Башҡортостанға килгәндә, байрам алдынан Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Йыһан хеҙмәттәренең инновация-белем биреү үҙәге асылды.
Был үҙәктен асылыуы – үтә мөһим, әһәмиәтле ваҡиға. Бында Ерҙең юлдаштары тарафынан йыйылған бай мәғлүмәтте барлау, теркәү һәм өйрәнеү тормошҡа ашырыласаҡ. Киләсәктә үҙәк тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеүселәрҙе берләштергән, инженерҙар әҙерләгән абруйлы урынға әүерелергә тейеш. Әйткәндәй, быға тиклем ошондай үҙәктәр Пермь крайында, Татарстанда, Һамар, Киров, Түбәнге Новгород өлкәләрендә асылған.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад