Һуңғы ваҡытта хәйриә фондтарына ярҙам итеүселәр һаны кәмегән. Сәбәбен белгестәр теүәл генә аңлата алмай: бәлки, иҡтисади көрсөк үҙенекен итәлер, тиҙәр. Әллә кеше изгелек ҡылырға ашҡынып башлағанмы, йәки хәйриә өсөн тип аҡса йыйған енәйәтселәр күңелде ҡайтарамы? Мохтаждарға ярҙам күрһәткән ысын хәйриә фондтарын ялғанынан нисек айырырға, алдаҡсылар ҡулына эләкмәүҙән нисек һаҡланырға?Шәфҡәтлелек — элек-электән килә торған изге ғәмәл. Хәҙер барлыҡҡа килгән яңы төшөнсә — краудфандинг та үҙ эсенә хәйриә төшөнсәһен ала. Инглизсәнән тәржемә иткәндә, был һүҙ “төркөм менән ярҙам итеү” мәғәнәһен аңлата. Краудфандинг — төрлө кешеләрҙең үҙ ирке менән ойошмаларға, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа, ярҙамға мохтаж кешеләргә булышыуҙа бергә берләшеүе тигән һүҙ. Был ярҙам күбеһенсә Интернет аша башҡарыла.
Бер яҡтан, яңы технологиялар үҫеш алған заманда Интернетһыҙ булмай ҙа кеүек. Шул уҡ ваҡытта Интернетта сиктәр юҡ, кәкре ҡайынға терәткән мутлашыусылар ҙа йыш осрай. Шуға ла, беҙ бер тапҡыр алдандыҡ, башҡа был эш менән булышырға теләмәйбеҙ, тигәндәр ҙә бар. Ысынлап та, был – ҙур проблема. Мутлашыусылар баланың ауырыу тарихын күсереп ала ла, ярҙам һорап, үҙ реквизиттарын күрһәтә. Йә булмаған ауырыуҙарҙы уйлап сығарып, электрон янсыҡ аша аҡса йыялар. Халыҡ нисек булдыра, шулай ярҙам итә. Ябай кеше күрһәтә торған ярҙам күләме уртаса 100 һум тирәһе. Тик күл тамсынан йыйыла тигәндәй, алдаҡсылар кеше ҡайғыһына арҡаланып шаҡтай килем ала.
Интернетта хәйриә өлкәһендә мутлашыуҙарҙың иң йыш осрай торғаны — фишинг сайттар, йәғни танылған хәйриә фондтарының сайттарын үҙгәртеү. Исемдәге бер генә хәрефтең үҙгәреүе лә аяныс эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Сайттарҙы емереүселәр ҙә бар. Бөтә мәғлүмәтте алып, алдаҡсы ойошмалар аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә.
Хәйриә фондтары сайттарын бары ышаныслы программистарҙан ғына эшләтергә тейеш. Домендарын, ул-был була ҡалһа, хоҡуҡ һаҡлау органдары күҙәтеп бара алһын өсөн, Рәсәй Федерацияһында теркәлергә кәрәк. Ә ябай халыҡҡа айырыуса иғтибарлы булыу мотлаҡ. Социаль селтәрҙәр, беренсе сиратта, ниҙер һатыу-алыу маҡсатында түгел, үҙ-ара аралашыр өсөн уйлап сығарылған.
Магазинда йә башҡа ерҙә саҙаҡа йыйыла торған йәшник күрҙегеҙ икән, ундағы мәғлүмәтте тикшерергә иренмәгеҙ. Бәлки, ул һауыт бында инде ун йыллап торалыр, саҙаҡаның кем өсөн, ниндәй маҡсатта йыйылғанын унда күрһәтелгән адрес буйынса тикшерегеҙ. Бөгөн һәр кемдең тиерлек ҡулында Интернетҡа тоташтырылған телефон бар.
Хәйриә фондтары бар кешене лә ялғанлау осраҡтарына ҡаршы көрәшергә саҡыра. Ысын фондтар сайттарында енәйәтселәрҙе таныу хаҡында белешмәләр урынлаштырыу, был мәсьәләлә “ҡайнар элемтә” телефондары булдырыу кеүек саралар күрергә кәрәк.
Башҡортостанда йөҙәрләгән хәйриә фонды иҫәпләнә, тик уларҙың 40 проценты ғына ысынлап тороп мәрхәмәтлек менән шөғөлләнә. Күбеһе ябылмаған да, эшләмәй ҙә. Ярҙам кәрәк кешеләр сараһыҙлыҡтан хәйриә фондтарына мөрәжәғәт итә. Кемдеңдер был игелекле эште үҙ файҙаһында ҡулланырға ынтылыуы аяныс. Юғалған 100 һум бер хәл, алдап аҡса йыйыусылар шәфҡәтлелек ғәмәленең дәрәжәһен төшөрә, ышанысты кәметә. Нисек кенә булмаһын, ихлас күңелдән бирелгән саҙаҡа был ярҙамға мохтаж кешегә барып етһен ине.
Интернеттағы мутлашыусы тоҙағына нисек эләкмәҫкә һуң? Аҡса һорап мөрәжәғәт иткән һәр хәбәрҙе тикшерегеҙ. Инвалид балалар, ғәҙәттә, иҫәптә тора. Дауаханаға шылтыратып, сирле тураһында һорашырға була.
Сайттың адресына иғтибарлы булығыҙ. Билдәле хәйриә фонды исеме менән аталған икән, уны Яндекс, Google сығанаҡтары аша эҙләп табып, сағыштырырға була.
Ғәҙәттә, берәй фажиғә була ҡалһа, шуға бәйле рәүештә бер көнлөк хәйриә фондтары тыуа. Улар электрон янсыҡ аша аҡса күсереүҙе һорай. Был осраҡта фонд тураһында мәғлүмәтте тикшереү ҡамасау итмәҫ.
Ғөмүмән, изге ниәттән бирелгән хәйеребеҙ хәйерле булһын.