Картаға ла кәртә юҡ22.08.2017
Бер йыл эсендә Рәсәй халҡының банк карталарынан 650 миллион һум аҡса урланған. Был былтырғынан 15 процентҡа кәмерәк.

Белгестәр әйтеүенсә, урлашыуҙың иң таралған алымы – кешеләргә телефон аша шылтыратыу. Йыш ҡына улар үҙҙәрен банк хеҙмәткәре итеп таныштыра, карта мәғлүмәттәрен һорай. Шулай уҡ хакерҙар кешеләргә шылтыратыр өсөн интерактив тауыш системаһын (IVR) программалаштыра йә иһә банк клиенттарының электрон почтаһына һылтанма һәм файлдар менән хат ебәрәләр, уны асҡандан һуң вирус индерелә.
Схемаларҙың береһе төрлө Интернет-ресурстарҙа автомобиль һатыусыларға йүнәлтелгән. Унда һатып алыусы хаҡтың бер өлөшөн банк картаһына күсереү өсөн һатыусынан телефонға авторизация коды һандарын һорай. Һатыусы уны ебәргән осраҡта, картала булған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Быйыл мутлашыусылар алдашыуҙың яңы схемаһын ҡуллана. Улар кешегә шылтыратып, Федераль һалым хеҙмәте хеҙмәткәре сифатында, бурысығыҙҙы түләр өсөн тип, кәрәкле мәғлүмәт ала. Енәйәтселәр хатта роботлаштырылған шылтыратыуҙан да файҙалана. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бынан дүрт мең самаһы кеше зыян күргән. Дөйөм зыян күләме – 550 мең һумлап, шул уҡ ваҡытта ул әле саҡ “һулыш” ала башланы.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр, теләһә ниндәй шылтыратыуҙарға әүрәмәҫкә кәрәк.


Вернуться назад