Табипты көтәһе түгел22.08.2017
Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел Телемедицина тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Ул электрон рецепт яҙырға, ситтән тороп табип ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Документ хоҡуҡи мәғлүмәт­тәр­ҙең рәсми порталында баҫылған. Яңы Законға ярашлы, телемедицина технологияларын ҡулланып, табиптар үҙ-ара консилиумдар, консультациялар, кәңәшмәләр ойоштора аласаҡ, шулай уҡ медицина белгесенең пациент менән дә ошо юл ярҙамында аралашыуы, уның хәл-торошон даими күҙәтеү законлаштырыласаҡ.
Виртуаль аралашыуҙа ҡатнаш­ҡан кешеләрҙе танып белеү өсөн идентификация (шәхестең исемен, электрон адресын, телефонын һ. б. асыҡлау) һәм аутен­тификацияның берҙәм системаһы (пациент хаҡындағы мәғлүмәт­тәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү) ҡулланыласаҡ, мәғлүмәт менән алмашыу ҙа ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлектең берҙәм системаһы аша тормошҡа ашы­рыласаҡ.
Телемедицина ярҙамында элек­трон документ формаһында табип пациентҡа төрлө дарыу препараттарына, шул иҫәптән составында наркотик һәм психотроп матдәләр булғандарына ла, рецепт яҙыу хоҡуғына эйә буласаҡ, белешмә бирәсәк.
Пациент табипта булып, төп дауалау курсы билдәләнгәндән һуң, сирленең хәлен белгес телемедицина технологиялары ярҙа­мында ситтән күҙәтеп то­расаҡ.
Закон 2018 йылдың 1 ғинуа­рынан үҙ көсөнә инә, ҡайһы бер положениелары – 2019 йылдың 1 ғинуарынан.


Вернуться назад