Сират бөтөрмө?22.08.2017
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте поликлиника эшенең яңы моделен булдырыу хаҡындағы проектты раҫланы. Ул табиптарға сиратты кәметергә, белгескә яҙылыу, диспансерлаштырыу үтеү ваҡытын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән.
Ҡыҫҡаһы, яңы проект халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү тарма­ғының сифатын яҡшыр­тырға, кешеләрҙең күңелендә поликлиника эшенә ҡарата ҡәнәғәт­ләнеү тойғоһо уятырға тейеш.
Атап әйткәндә, табип һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәре араһын­да эште тигеҙ бүлеү, “пациенттар логистикаһын” ҡулайлаштырыу, документтар әйләнешен электрон вариантҡа күсереү күҙаллана. Шулай уҡ поликлиника шарттарын уңайлыраҡ итергә ниәтләйҙәр – сират еткәнен көтөү еңелерәк булһын өсөн. Ә диспансерлаштырыу һәм һөнәри медицина тикшереүен үтеүселәр өсөн ваҡыт нормативы һәм сират булды­расаҡтар.
Проект 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән. 2018 – 2019 йылдарҙа эксперименталь өлөшө тормошҡа ашырыласаҡ, тәүҙә 155, унан тағы 195 поликлиника ошо моделгә күсәсәк. 2022 йылға яңы төр медицина хеҙмәте күрһәтеү шарттарына дүрт меңләп поликлиника ҡушыласаҡ тип күҙаллана.


Вернуться назад