Беҙҙең илгә... белгес эҙләп22.08.2017
Статистика күрһәтеүенсә, Рәсәйгә килеп дауаланған сит ил граждандарының һаны арта. Исемлектә – Израиль, Германия, Бөйөк Британия граждандары.
Һандарға килгәндә – ағымдағы йылдың биш айында ғына улар 60 меңгә еткән. Сағыштырыу өсөн – былтыр йыл дауамында дөйөм һан 40 мең тәшкил иткән.
Ниндәй медицина йүнәлештәре сит ил граждандарын ҡыҙыҡһын­дыра тиһегеҙме? Күпселек осраҡ­та, был стоматология хеҙмәте булһа (баҡһаң, беҙҙә теш дауалау күпкә арзаныраҡ), хәҙер репродуктив технологияларға өҫтөнлөк бирәләр.
Рәсәйҙә донъялағы иң яҡшы ЭКО (экстракорпораль аталандырыу ысулы) мәктәбе эшләй. Кешеләр Германияла, Америкала бәпәй табыу килеп сыҡмаған осраҡтарҙан һуң Рәсәйгә өмөт бағлай.
Шулай уҡ беҙҙең дәүләттең ортопедтары, нейрохирургтары донъяла иң көслөләрҙән һанала. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова әйтмешләй, ватан медицина белгестәренең тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ҡайҙалыр дауалауҙан баш тартһалар, беҙҙә ололарға ла, балаларға ла уңышлы операциялар яһайҙар, күп ғүмерҙәрҙе ҡотҡаралар.


Вернуться назад